"Ҡош юлы"нда осрашайыҡ13.06.2013
Гитарала уйнап йырлаусыларҙың "Ҡош юлы" асыҡ конкурсының тарихы 2012 йылдан башланды. Уны ойоштороу — башҡорт йәштәренә һәм йәмғиәтенә радио, телевидение каналдарынан туҡтауһыҙ ағылған шалтырауыҡ поп-музыкаға лайыҡлы алмаш булдырыу.
Маҡсатты тормошҡа ашыра алдыҡмы икән? Барлап сығайыҡ: сара тәүге йылында уҡ фестиваль кимәленә күтәрелде. Былтырғы конкурста ҡатнашыусылар һаны биш тиҫтәнән ашыу ине. Һөҙөмтәлә төрлө сәбәптән башҡорт эстрадаһында, ғөмүмән, мәҙәни мөхиттә аҙ билдәле таланттар, яңы исемдәр асылды. Улар араһынан Венер Моратов, Роберт Хәмиҙуллин, Тимур Әхмәтйәнов, Тимур Ямалов, Миңзәлә Яхина, Ришат Сөләймәнов, Револь Ғималов һәм Андрей Харитоновты атап үтергә кәрәктер.
Шулай итеп, былтыр "Шоңҡар" журналы "Юлдаш" радиоһы менән берлектә республикабыҙ тарихында тәүге тапҡыр "Ҡош юлы" беренсе асыҡ фестивален ойоштороп юғары кимәлдә үткәреүгә өлгәште. Ошо саранан һуң башҡорт бард мәҙәниәтенә ныҡлы нигеҙ һалынды, тигән фекер тыуғайны. Шуға ла күптәр түҙемһеҙлек менән "Ҡош юлы-2013" интернет-бәйгеһен көттө һәм "Бәйләнештә" сайтындағы махсус төркөмгә видеояҙмаларын ебәрергә тотондо. Бөгөн унда өс тиҫтәнән ашыу ҡатнашыусының яҙмаһы урын алған.
15 июндә киске сәғәт 7-лә Ейәнсура районының йәмле Һүрәм йылғаһы буйында уҙасаҡ фестивалдә гитара уйнаусылар йәнә бәйгегә сыға. Ғөмүмән, "Ҡош юлы" — гитара уйнап йырлаусыларҙың ғына конкурсы түгел, бығаса донъяла булмаған башҡорт бардтары хәрәкәтен алға һөрөүсе азат рухлы шағирҙарҙың, яңы төр башҡорт йәштәренең дә байрамы ул.
Әйткәндәй, 14—16 июндә үтәсәк быйылғы фестиваль Дим Мәннәндең яҡты иҫтәлегенә бағышлана. Ейәнсура районының Таҙлар ауылынан алыҫ түгел Һүрәм йылғаһы буйындағы Ҡыҙылташ яланында һеҙ килеүгә сәхнә ҡоролған, усаҡ яғылған булыр. Дуҫтар, әйҙәгеҙ, "Ҡош юлы"нда осрашайыҡ!