Киҫәтеүҙән күрһәтеү отошло13.06.2013
Киҫәтеүҙән күрһәтеү отошлоҠалабыҙҙағы "Иҙел" мәҙәниәт йортонда эшләгән "Тамаша" халыҡ театры тамашасының һөйөүен күптән яуланы. Уға Рәсимә Сәләхова етәкселек итә.

Төрлө сәхнә әҫәрҙәре менән һоҡландырған театрҙа быйыл йәштәр өсөн түңәрәк ойошторолғайны. Уларҙың тәүге спектакленең темаһын заман үҙе талап итте: режиссер йәмғиәтте хафаға һалған наркомания мәсьәләһенә туҡталды. Кәңәшләшкәндән һуң, Илгиз Зәйниевтең "Балаҡайым" драмаһы һайлап алынды.
17 йәшлек Айрат — ата-әсәһенең ғорурлығы: яҡшы уҡый, итәғәтле, өлкәндәргә ихтирамлы. Әммә өйҙәренә ҡунаҡҡа килгән Илмира исемле сибәркәй уның барлыҡ тормошон пыран-заран килтерә. Үҙенә ғашиҡ иттереп, ҡыҙ егетте алдау юлы менән наркомания упҡынына ташлай. Нисек кенә тырышмаһын, Айрат был тотҡонлоҡтан ҡотола алмай. Ахыр сиктә енәйәтсегә әйләнә, ҡулына ҡорал да ала. Ҡайғынан сәсе ағарған ата-әсә улдарына ярҙам итергә тырышһа ла, һуң була...
Рәсимә Мәғәнәүи ҡыҙының әйтеүенсә, спектакль өсөн туған телдә иркен һөйләшкән йәштәрҙе табыу иң ауыры булған. Эйе, ҡала шарттарында күптәр урыҫ теленә өҫтөнлөк бирә шул. Тамашала Айрат ролен 1-се мәктәптең XI класс уҡыусыһы Рәнис Муллайәнов башҡарһа, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Ағиҙел филиалы студенттары Регина Ғайсина менән Айҙар Ғиндуллин төп геройҙың "яңы дуҫтары" Илмира һәм Рәсимде һынландырҙы. "Наркотик һатыусы" Илназ Вәлимов, әсә ролендәге Ләйсән Тимофеева иһә — ағиҙелдәрҙең һөйөүен күптән яулаған тәжрибәле артистар.
Ҡала сәхнәһендә ҡуйылған спектакль мәғариф учреждениеларында план буйынса үткәрелгән иҫкәртеү сараларынан, өгөт-нәсихәтле әңгәмәләрҙән күпкә әһәмиәтле, тип билдәләне тамашасы.


Вернуться назад