Төбәк даны — ялан батырҙары11.06.2013
Төбәк даны — ялан батырҙарыБашҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Указына ярашлы һабантуй республикабыҙҙың барлыҡ төбәктәрендә лә үткәрелә. Уҙған шәмбелә халыҡ байрамы 39 районда билдәләнде.
Ергә хәләл тирен түккән эшсәндәрҙе тәбрикләү — борон-борондан килгән йола. Хәҙерге заманда ла был байрамда ауыл хужалығының хеҙмәт алдынғыларын хөрмәтләйҙәр. Баҫыу батырҙары — байрамдың төп ҡунағы.

Өлгәшелгәндәр сик түгел

Республика Президенты Бүздәк районының Шарбаш ауылы эргәһендә уҙғарылған һабантуйҙа ҡатнашты. Ул бер нисә хужалыҡтың тирмәһен ҡарап сыҡты, ат сабышын күҙәтте, милли көрәш майҙанында булды, шулай уҡ байрамды асыу тантанаһында сығыш яһаны.

Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, Бүздәк районы һуңғы йылдарҙа яҡшы үҫешә. Бында сәнәғәт етештереүенең әүҙемләшеүе күҙәтелә, яңы төҙөлөштәр гөрләй, инвестиция йәлеп ителә.
— Әле районда етештереү күләме 700 миллион һумға еткән, бер миллиардҡа өлгәшергә күп ҡалмаған. Был — яҡшы күрһәткес. Яҡын арала һеҙҙә яңы производстволар, фермалар, эшкәртеүсе заводтар барлыҡҡа килер, тип ышанам. Әле һөт етештереү буйынса мегакомплекс һалыу тураһында һүҙ алып барабыҙ, — тине Рөстәм Хәмитов.
Республика башлығы халыҡты байрам менән ҡотланы, һаулыҡ, яҡшы кәйеф, уңыштар теләне.
А. ХӘЛИЛОВ.


“Берҙәмлек”кә тау ҙа көнләшер...

Райондарҙа гөрләп уҙған һабантуйға “Берҙәмлек” халыҡ-ара фестивале ҡушылып китеп, республикабыҙҙың мәҙәни тормошона яңы төҫ бирҙе. Әйткәндәй, бик күп халыҡтарҙы берләштергән был абруйлы сара ике тиҫтә йылға яҡын уҙғарылып килә.

Быйыл иһә “Берҙәмлек” Латвия, Төркиә, Ҡырғыҙстан, Ҡытай, Израиль, Польша, Ангола, Һиндостан, Ҡаҙағстан, Тажикстан, Үзбәкстан, Төньяҡ Осетия-Алания ҡунаҡтарын башҡорт ерендә сәләмләне. Донъяның төрлө ҡитғаһынан килгән ижади төркөмдәр был юлы Ҡырмыҫҡалы, Ғафури райондарындағы һабантуйҙа булды. Халыҡ байрамында ҡатнашыу бүтән милләт вәкилдәренә беҙҙең ғөрөф-ғәҙәтебеҙ, мәҙәниәтебеҙ менән яҡындан танышыу мөмкинлеге биргәндер. “Берҙәмлек” фестивалендә ҡатнашыусылар өсөн бик үҙенсәлекле программа әҙерләнгән. Һабантуйҙан тыш, ҡунаҡтарҙы Салауат ҡалаһында ла ихлас ҡаршыланылар. Бөгөн иһә улар Күмертауҙа ҙур концерт менән сығыш яһай.
Фестиваль иртәгә Өфөнөң В.И. Ленин исемендәге майҙанында гала-концерт менән тамамланасаҡ. “Берҙәмлеккә тау ҙа көнләшкән” тигән әйтем бар халыҡта. “Берҙәмлек” фестивале үҙенең әһәмиәте менән ысынлап та һәр яҡлап өлгө булып тора.
А. БАЙМӨХӘМӘТОВ.


Баймаҡ
Район хакимиәте башлығы Илшат Ситдиҡов, яҙғы баҫыу эштәренә йомғаҡ яһап, хеҙмәт ярышында еңгән хужалыҡтарҙы һәм игенселәрҙе тәбрикләне. Сәсеү йомғаҡтары буйынса беренсе урын һәм аҡсалата премия Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативына (етәксеһе — Ғәлим Сәлимов), фермер Айрат Шәрәфетдиновҡа бирелде. “Сәсеү батыры-2013” исеменә механизатор Наил Солтанов лайыҡ булды, уға хәтәр шәп бүләк — бәләкәй трактор — тапшырылды. 21 йыллыҡ хеҙмәт стажына эйә Наил Рәшит улы мини-тракторына ултырғанда бер аҙ ҡаушап ҡалды, “тимер ат”ты ҡабыҙа алмай аҙапланды. Халыҡтың көслө алҡыштарынан дәртләнеп, артабан быйылғы сәсеү батыры бүләген бөтә майҙан алдында һынап ҡараны.
Магнитогорск ҡалаһының аҡ дөлдөлдәрҙә һыбай йөрөүсе һылыу ҡыҙҙарының һәм “Рәсәйҙең иң көслө кешеһе” исемен яулаған Эльбрус Ниғмәтуллиндың сығышы баймаҡтарҙың хәтерендә онотолмаҫлыҡ ваҡиға булып уйылып ҡалды.

Әбйәлил
Халҡыбыҙҙың милли байрамын әбйәлилдәр шат күңел һәм күтәренке кәйеф менән ҡаршыланы. Һабан батырҙарын, тыуған яғын һағынып ҡайтҡан ҡунаҡтарҙы район хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙов сәләмләне. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Румил Аҙнабаев, Магнитогорск ҡалаһы хакимиәте башлығы Евгений Тефтелев һәм башҡаларҙың килеүе байрамға мәртәбә өҫтәне.
Быйылғы һабантуйҙың Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына бағышлап үткәрелеүе лә юҡҡа түгел, сөнки Әбйәлил үҙенең ожмахҡа тиң матурлығы — зәңгәр күлдәре, ғорур ҡаялары, ҡуйы урмандары — менән дан тота.
Райондың йөҙөн билдәләүсе хеҙмәт батырҙарына был көндө ихтирам һәм иғтибар икеләтә арта, сөнки тап улар төбәктең ауыл хужалығы үҫешенә төп өлөштө индерә.
— Олоһо ла, кесеһе лә һабантуйҙы көтөп ала, — тине Рим Һатыбал улы. — Хужалыҡтар мал ҡышлатыуҙы яҡшы тамамлап, әле йәйләүгә сыҡты. Ҡыш осоронда 454 тонна ит етештерелде, 2 243 тонна һөт һауып алынды. Ҡоролоҡ булыуға ҡарамаҫтан, мал һанын кәметеүгә юл ҡуйылманы. Яҙғы баҫыу эштәре 60 мең гектар майҙанда башҡарылды. Шуныһы ҡыуаныслы: Әбйәлил баҫыуҙарында, үҙебеҙҙең техника менән бер рәттән, сит илдә етештерелгән ҡеүәтле тракторҙар, комбайндар һәм сәскестәр ярышып эшләй. 2012 йылда ғына 35 миллион һумға 28 берәмек яңы техника һатып алынды. Был йәһәттән “Красная Башкирия” хужалығы өлгө булып тора.
Рәсми сараларҙан һуң ат сабышы, көрәш һәм башҡа спорт ярыштары дауам итте.

Краснокама
Байрамдан алда ямғыр яуып үтеүе, ә һабантуй көнөндә иртәнән үк ҡояш йылмайыуы йәмле Кама буйына йыйылған ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренең күңелен тағы ла күтәреп ебәрҙе. Улар яҙғы баҫыу эштәрен яҡшы итеп һәм ҡыҫҡа ваҡытта тамамланы: 20 мең гектарҙан күберәк майҙанда иген, 6,5 мең гектарҙа мал аҙығы культуралары сәселде. “500 ферма” программаһында ҡатнашыусыларҙың уңыштары ла ҡыуаныслы: ит һәм һөт етештереү былтырғыға ҡарағанда һиҙелерлек артҡан.
Ат сабышы, милли көрәш һәм башҡа спорт ярыштары йыр һәм бейеү оҫталарының үҙәк сәхнәләге сығыштары менән аралашып барҙы. Ауыл эшсәндәре алда торған бурыстарҙы уңышлы үтәү өсөн дәрт һәм дарман алып таралышты һабантуйҙан.
Ҡалтасы
Матур итеп биҙәлгән “Һабантуй” спорт-һауыҡтырыу комплексына йыйылған халыҡ предприятиелар етештергән продукция һәм балалар ижады күргәҙмәләрен, районда йәшәгән төрлө милләттең көнкүрешен сағылдырған йорт-ҡаралтыларҙы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны. Теләгәндәр майҙандың төрлө урынында ойошторолған ике тиҫтәнән ашыу ярышта ҡатнаша алды. Парашютсыларҙың сығышы, ат сабышы, ҡолғаға үрмәләү барыһын да йәлеп итте, батырҙар көрәшкәнде лә күптәр күңел биреп ҡараны.
Баҫыуҙа фиҙакәр эшләп, киләһе уңышҡа ныҡлы нигеҙ һалған алдынғы игенселәрҙең, ҡышты матур тамамлап, йәйләүҙә һөт һәм ит етештереүҙә юғары күрһәткестәргә өлгәшеүсе тырыш малсыларҙың исем-шәрифе һабантуй майҙанында яңғыраны.
Тәтешле
Яҙғы баҫыу эштәре алдынғылары, мал ҡышлатыу барышында республика кимәлендә күптәргә өлгө күрһәткән ферма эшсәндәре байрам парадында ҡатнашты. Мал ҡышлатыуҙы һәм сәсеүҙе уңышлы үткәреү, халыҡтан һөт һатып алыу буйынса районда йәйелдерелгән ярыш йомғаҡтары һабантуй сәхнәһенән иғлан ителде, тәүге өс урынды алған хужалыҡтар һәм ауыл Советтары, төрлө һөнәр алдынғылары төрлө дәрәжәләге дипломдарға һәм ҡиммәтле бүләктәргә лайыҡ булды. Ауыл биләмәләре, предприятие, ойошма һәм учреждение коллективтары араһында ойошторолған спорт уйындарына ла йомғаҡ яһалды, еңеүселәр дипломдар һәм бүләккә төрлө спорт кәрәк-ярағы алды.
Кәримә УСМАНОВА,
Ансар НУРЕТДИНОВ.


Вернуться назад