Төш, һылыуым, ҡурай тартам!..11.06.2013
Төш, һылыуым, ҡурай тартам!..Бик данлыҡлы ҡурайсы донъя ҡуйыр алдынан иң кесе улына васыят итеп ҡурай ҡалдырған, ти. Етем ҡалғас, Кинйәнең тормошо бигүк шәптән булмаған. Етмәһә, әсә урынына ҡалған еңгәһе көн күрһәтмәгән. Кәмһетеүҙәргә түҙә алмай, Кинйә, барыһын да күтәрә һуғып, йорттан сығып киткән, ти. Кәйефһеҙләнгән саҡта ул ҡурай моңо менән күңелен йыуатҡан.

Бер саҡ егет хан ҡыҙының үлем түшәгендә ятыуы хаҡында ишетеп ҡала. Күп уйламай, шунда бара. Хан ҡыҙы, егет тәүге көйҙө ҡурайҙа уйнап ебәргәс, күҙҙәрен аса, икенсе көйҙө ишеткәс, тороп ултыра, өсөнсө көйгә ҡушылып бейей башлай. Хан шатлығынан яратҡан ҡыҙын Кинйәгә кейәүгә бирә...
Сермән балалар йортоноң "Аманат" ҡурайсылар ансамбле сығышын ҡарағанда ошо халыҡ әкиәте иҫкә төштө. Әкиәттәге Кинйә кеүек, ошо малайҙар ҙа ҡурай моңонан ауыр саҡтарҙа дауа табалыр.
Республикабыҙҙың мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев былтыр балалар йортона бер нисә ҡурай бүләк иткән. Ҡурайсылар ансамбле ойошторһалар, шәп булыр ине, тигән фекерен дә еткергән. Был яуаплы эште районыбыҙҙа танылған ҡурайсы Әсҡәт Хәйернуровҡа йөкмәткәндәр. Әйткәндәй, хеҙмәт ветераны Әсҡәт Ваһап улын республикала яҡшы беләләр. Төрлө конкурс, фестивалдәрҙә ҡатнашып, гел уңыштарға өлгәшеп килә. Йәш быуынды тәрбиәләүҙәге эшмәкәрлеге өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының "Ал да нур сәс халҡыңа" миҙалы менән дә бүләкләнгән. Аҡһаҡалдың абруйы Сермән ауылында ла ҙур. Шуға ла балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр Әсҡәт Хәйернуровтың түңәрәгенә ихласлап йөрөй башлаған. Хәҙер улар "Ҡарабай", "Сыңрау торна", "Любизар", "Хәтирә", "Наполеон маршы" кеүек халыҡ көйҙәрен иркенләп уйнай ала.
— Ҡурай тартыу оҡшай, — тип йылмая малайҙар. — Әсҡәт ағай менән бигерәк күңелле. Ул һәр көйҙөң тарихын һөйләй.
"Аманат" ансамбле егеттәре төрлө райондан: Фәнүр Ҡаһарманов — Бөрйәндән, Рөстәм Әхмәтханов — Яңауылдан, Илфат Ҡаһарманов — Ҡырмыҫҡалынан, Дим Фазылов менән Илнур Ямалетдинов — Белорет еренән. Уртаҡ яҙмыштан тыш, уларҙы ҡурайға һөйөү берләштерә.
— Беҙҙең ауылда Заһир Исмәғилев, Арыҫлан Мөбәрәков кеүек күренекле шәхестәр үҫкән, — ти Әсҡәт Хәйернуров. — Ошо малайҙар ҙа киләсәктә һынатмаҫ, тип уйлайым. Гел мине ҡыуандырып торалар, уҡыуҙа ла ҡалышмайҙар.
Яңыраҡ Өфөлә "Бала саҡ йондоҙҙары" республика фестивале үткәрелде. Был сарала ике тиҫтәнән ашыу балалар йорто ҡатнашты. Шулар араһынан Сермән балалар йортоноң "Аманат"ы беренсе урынды яуланы. Әле улар Сыуашстандың баш ҡалаһы Чебоксарҙа үтәсәк Рәсәй кимәлендәге фестивалгә әҙерләнә.
"Мин күп йәшәнем, күп күрҙем, — ти ҡарт ҡурайсы улына васыятын ҡалдырғанда. — Ҡурайым менән ҡайғылының күңелен астым, моңһоҙҙо моңландырҙым, дәртһеҙҙе дәртләндерҙем, бәхетленең бәхетен уртаҡлаштым. Ҡайҙа барһам да урыным түрҙә булды..."
Ошо малайҙарҙың да, ниндәй генә һөнәр һайламаһын, тормошта урыны гел түрҙә булһын тип теләге килә.


Вернуться назад