Гәзитем “Башҡортостан”
Атай-әсәйем эштәләр,
Ә мин өйҙә бер үҙем.
Өҫтәлдә ятҡан гәзиттән
Алмайым бер ҙә күҙем.
Унда рәт-рәт теҙелешкән
Шиғыр юлына бағам.
Таныш хәрефтәрҙе табып,
Береһен береһенә тағам.
Вәт мөғжизә! Яһала һүҙ,
Яңғыратып моңло өн.
Үҙем уҡып ятлағанға
Шиғырлы итте был көн.
Шиғриәтле иттең мине,
Белдем туған тел бәҫен,
Ҡоролмалар үҙгәрһә лә,
Гәзитем үҙгәрмәҫен.
Миңә бары өс йәш ине —
Илле йыл ҡайҙа осҡан?
Донъя имен.
Беҙ бергәбеҙ,
Гәзитем “Башҡортостан”!
Рух көмбәҙе
Йыһан икән ҡалҡаны,
Меңәр йондоҙ ҡалҡҡаны:
Оло йөрәк – ысын ирҙең
Күкрәгендә ҡаҡҡаны.
Илем, тиеп, ҡалҡыр ул,
Илем, тиеп, балҡыр ул.
Йөрәгенең түрҙәрендә
Йөрөтөр гел халҡын ул.
Тыуған төйәк – гөлөбөҙ,
Рух көмбәҙе – телебеҙ.
Хоҙай биргән бер ҡомартҡы,
Саф хазина – илебеҙ!
Өфөм
Ә минең Өфөмдөң
Көмбәҙе яҡты.
Ә минең Өфөмдә
Кешеләр яҡшы.
Кем, тиһең, юлыңа
Шәмдәлдәр яҡты?
Ул бит беҙ, өфөләр,
Яҡтылыҡ яҡлы.
Эй Өфөм, һин Өфөм,
Ҡаршыла “өф!” тип,
Йәш бөркөт ҡанатын
Һин ҡуйма өтөп!
Һин – рухым мәркәзе,
Тарихың – аҫыл.
Эй Өфөм, ҡаршымда
Яңынан асыл!
Талдарҙан балдар тама
Балдар тама тал-тирәктән,
Балдар тама телеңдән.
Тик бер мәлгә онотолам
Йәшәүҙән һәм үлемдән.
Тал ямғыры…
Талма уйға,
Аҡҡан һыуҙарға ҡарап.
Йә тегеләй, йә былайға
Йөҙә, тип, унда карап.
Аҡ караптар сағылалар
Һыуҙарҙың шаршыһында.
Береһе – ағым ыңғайында,
Береһе – ҡаршыһында…
Аҡҡан һыуға нимә булһын,
Талдары ҡалһа ярҙа,
Талдарынан бал тамдырған
Беҙ икәү унда барҙа.
Күбәләк
Һандуғаслы был иртәлә
Шишмәләр тынған мәлдә,
Йөрәккәйем, күкрәгеңә
Күбәләк ҡунған әллә?
Күбәләкте күпһенмәйем,
Ул да ҡунырға хаҡлы
Мине яратҡан күкрәккә…
Һылыулығың шул саҡлы!
Мәңгелеген был мәлдәрҙең
Күбәләк тә тоялыр,
Ҡыҫҡа ғүмерен йәлләп ул
Саф йәштәрен ҡоялыр.
Мәлдәрҙең дә була икән
Мәңгелеге, ҡыҫҡаһы?!
Күбәләк, һин үпкәләмә,
Һин – осраҡлыҡ оҫтаһы:
Беҙгә әле киләсәкте
Ҡаршылап атлайһы бар.
Күбәләкле был иртәне
Хәтерҙә һаҡлайһы бар.
Йә, ос!