Тармаҡ абруйын тырыштар күтәрә07.06.2013
М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры бинаһында һөнәри байрамдары айҡанлы “Социаль хеҙмәтләндереү учреждениеһының иң яҡшы хеҙмәткәре” республика конкурсында еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы уҙғарылды.

— Бөгөн социаль өлкәнең 14 мең хеҙмәткәре һөнәри байрамын билдәләй, — тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова. — Эшегеҙ бик мөһим — кешеләргә ауыр хәлдә ярҙам итәһегеҙ. Ветерандарға айырым рәхмәт һүҙҙәре еткерәм. Уларҙың тырышлығы һөҙөмтәһендә Башҡортостандағы социаль хеҙмәт Рәсәйҙә иң яҡшыларҙың береһе тип таныла.
— Аныҡ кешеләргә ярҙам күрһәтеп, беҙ дәүләт бурысын үтәйбеҙ, йәмғиәттә тыныслыҡты һәм татыулыҡты тәьмин итәбеҙ. Социаль яҡлау органдарында осраҡлы кешеләр юҡ һәм булыуы мөмкин дә түгел. Бында үҙ хеҙмәтен, кешеләрҙе яратҡан шәхестәр генә эшләй ала, — тине республиканың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. — Тармағыбыҙ үҫә, тип ышаныс менән әйтергә мөмкин. Бөгөн алдыбыҙҙа ҡатмарлы бурыстар тора, шуларҙың иң әһәмиәтлеһе — ҡалыплашҡан тармаҡтан замансаға әүерелеү. Халыҡҡа ярҙам күрһәтеү алымдарын камиллаштырабыҙ, хеҙмәт төрҙәрен, яңы учреждениелар селтәрен, оло йәштәгеләр һәм инвалидтар хаҡында хәстәрлек күреү технологияларын киңәйтәбеҙ.
Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ ярышында яҡташыбыҙ, Белорет реабилитация үҙәге инструкторы Наталья Бочкова “Социаль хеҙмәтләндереү учреждениеһының хеҙмәт буйынса иң яҡшы инструкторы” номинацияһында еңгән.
— Бының өсөн күп көс һәм ваҡыт талап ителде, — ти ул. — Мин балаларҙы тегергә, сигергә өйрәтәм. Тәүге дәрескә килгән кескәй бала ҡулында энә лә, ҡайсы ла тота белмәй, ваҡыт үтеү менән үҙе уйынсыҡ тегә башлай. Уның нисек шатланғанын күреү — үҙе иң ҙур бүләк.


Вернуться назад