Көтөп алынған ваҡиға07.06.2013
Өфөләге Короленко урамында 8-се балалар поликлиникаһы филиалы асылды.
Ямғыр һибәләп тороуы ла йыйылған халыҡтың кәйефен төшөрә алманы, балаларҙың ижади сығыштары сараға йәм өҫтәне.
— Бик матур, изге ваҡиға, — тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова тәбрикләү телмәрендә. — Республикала балаларҙың сәләмәтлеген яҡшыртыу маҡсатында бик ҙур эш башҡарыла, Өфө — быға сағыу миҫал.
Черниковка халҡын иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотлап, ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов төньяҡ биләмә, атап әйткәндә, Калинин һәм Орджоникидзе райондары халҡын яҡын арала ыңғай үҙгәрештәр көтөүен билдәләне.
— 8-се поликлиника филиалын асыу — тәүге ҡарлуғас ҡына. Тиҙҙән бында республикала тиңе булмаған поликлиника һәм 13-сө дауахананың хирургия корпусы сафҡа индереләсәк. Боҙ һарайы төҙөй башлайбыҙ. Юлдар яҡшырасаҡ, — тине ул.
Поликлиника филиалы сменаһына 250 кешене ҡабул итерлек. Ул яҡын биҫтәнең, шулай уҡ Яңы Черкассы, Вотикеев, Тимашев ауылдары балаларын хеҙмәтләндерәсәк.