Рухи балҡыш07.06.2013
Әҙәм балаһы Алла рухы менән йәшәй. Аллаһы Тәғәлә Ер шарын беҙгә мөхәббәт ожмахы итеп илаһилаштырған. Шуға күрә “Алла бәндәһе” тигән бөйөк төшөнсәне аңлау мотлаҡ.

Күршем, ҡәләмдәшем, фекерҙәшем, арҡаҙашым Вәли Шәғәли улы Псәнчиндың ҡапыл ғына арабыҙҙан китеүе рухи ғиззәтлелек тураһында тәрәнерәк уйланырға мәжбүр итә. Беҙҙе тәүҙә фән дуҫлаштырҙы. Башҡорт дәүләт университетында эшләй инек. Филологтарбыҙ. Фән тауының бейеклеге күптән мәғлүм. Түбәһенә менеп ҡунаҡлау өсөн ныҡ шөғөлләнергә, студенттарға яҡшы лекция уҡырға, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашырға кәрәк. Фән кандидаты булыу өсөн башта философия, сит тел, төп фән буйынса имтихан бирҙек, аҙаҡ диссертация яҡланыҡ. Остазыбыҙ — төрки халыҡтарҙа, урыҫ филологияһында ғына түгел, сит илдәр донъяһында ла абруй-шөһрәт ҡаҙанған профессор һәм яҙыусы, башҡорт тел ғилеме кафедраһы мөдире Ж.Ғ. Кейекбаев!
Докторлыҡ диссертацияһы яҙыу кеүек шаҡтай ауыр, мәшәҡәтле, етди, рухи ныҡлыҡты күтәрә торған иманлы шөғөлгә лә ҡулға-ҡул тотоношоп, етәкләшеп, фекер алыша-алыша керештек Вәли дуҫ менән. Хеҙмәткә илтифатлылыҡ илһамлы булһа ла, йәшәү шарттарыбыҙ имгәкле ине ул ваҡытта. Мин Черниковка биләмәһендәге алама ғына бер фатирҙа йәшәнем, Вәли дуҫымдың да тормошо самалы булды. Беҙҙең дуҫлыҡты ул саҡта матди ярлылыҡ та нығытҡандыр, бәлки. Хәҙер инде дуҫлыҡ тәҡдиренең ысынлап та Алла рухы менән иманланыуын аң-аҡыл, хис-тойғо, күңел күтәренкелеге, йөрәк тибеше, ҡан ҡайнарлығы менән аңлау хәсиәте кәрәк.
Ил бауырының ныҡлығы ғаилә шәфҡәтлелегенән башлана. Бының шулай икәнлеген Вәли Шәғәли улы ла күрһәтте. Кешеләрҙе ярата. Барлыҡ изгелеге үҙенә хөрмәт ләззәтлелеге булып кире ҡайта. Башҡорт дәүләт университетындағы юғары талаптарҙы өлгө-үрнәк итеп күрһәтер дәрәжәлә башҡара ине ул. Ул үҙе — шәфҡәтле кеше. Асыҡ йөҙлө. Киң күңелле. Шундай уҡ гүзәл сифаттарҙы БДУ-ла китапханасы булып эшләгән тормош иптәше Лилиә ханым да балҡытты. Ошо уҡ уҡыу йортонда улдары Юлай менән Айбулат тулған ай булып балҡыны.
Башҡорт теле — бай, моңло, хисле тел. Яҙыусының тел-стиль үҙенсәлеген тикшергәндә ошо тарихи, милли, психологик-педагогик хосусиәтте асыҡлау маҡсатын ҡуйып эш итте Вәли Шәғәли улы. Һәр грамматик сара, һүҙ (исем, сифат, рәүеш, ҡылым), мәҡәл, әйтем, фраза, сағыштырыу, эпитет, метафораның эске майын тышҡа мәғәнә өрөһө итеп сығара белде. Телгә, әҙәбиәткә булған йөрәк мөхәббәте был. Ул мөхәббәтте шәкерттәре рухландырһын. Амин.
...Яҙҙың һуңғы көнө. Ҡыҙарып ҡояш ҡалҡты. Уның алһыу нурҙары тау башында балҡып торған Өфө ҡалаһының бейек-бейек йорттарын, бер-береһе менән ярыша-ярыша үҫкән оҙон-оҙон мөһабәт ағастарын, башҡа әйбер-есемдәрен матурланы. Ҡояш нурҙары беҙҙең туғыҙ ҡатлы йорт алдындағы майҙансыҡты ла шәфҡәтләне. Алла рухы менән йәшәгәнде халыҡ рухы ныҡ аңлай икән. Вәли Шәғәли улын оҙатырға килеүселәрҙең күплеге хайран итерлек. Бик матур, йылы, шәфәғәтле һүҙҙәр әйтелде. Фани донъянан мәңгелеккә халыҡ мөхәббәте менән иманланып китеү — ҙур бәхет!


Вернуться назад