Йәшәү менән үлем араһында...06.06.2013
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Талха Ғиниәтуллин әҫәре буйынса (Рәлиф Кинйәбаев инсценировкаһы) “Ер менән күк араһында” спектакленең премьераһы була.

Спектаклдә Фирғәт Ғарипов, Гүзәл Маликова, Шәүрә Дилмөхәмәтова, Әхәт Хөсәйенов, Илдар Ғүмәров, Илфат Булатов, Айһылыу Йомағолова, Фирҙәүес Ғиззәтуллина, Ринат Баймырҙин, Руслан Ғәлимов, Эмиль Әмиров ҡатнаша.
Талха Ғиниәтуллин — бөгөнгө замандағы хәрби прозаның иң күренекле вәкиле, Рәсәй уҡыусыһына ул "Анатолий Генатулин" тигән ижади исем менән билдәле. Авторҙың “Мышар тауы”, “Беҙ аҙ ҡалдыҡ”, “Бына һуғыш бөтөр ҙә”, “Тыуған тупһа янында”, “Тау артында ниҙәр бар?” һәм башҡа китаптары ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыла. Уларҙың күбеһе Рәсәйҙә, Башҡортостанда ғына түгел, Германия, Польша, Ҡытай, Чехословакия, Һиндостан һәм сит илдәрҙә лә нәшер ителгән.
Бөйөк Ватан һуғышы меңәрләгән журналист, яҙыусы һәм тарихсының хеҙмәттәрендә сағылдырылған, билдәле совет полководецтарының, фронт, армия, дивизия командирҙарының мемуарҙарында һүрәтләнгән. Үҙҙәре яуҙа ҡатнашҡан, һуғыш утында сынығыу үткән яҙыусылар ғына яу йылдарының бар ғазабын, һалдаттарҙың ауыр, хәүефле хеҙмәтен дөрөҫ һәм объектив тасуирлай ала.
Армияға саҡырылғанда Талха Ғиниәтуллинға 18 йәш була. Йәш һалдат һуғыштың бөтә ауырлығын үҙ иңендә татый. Хәҙер яҙыусы булараҡ, әҫәрҙәрендә үҙе күргән-белгәнде, ысынбарлыҡтағы хәлдәрҙе яҙа. Күп хикәйә һәм повестары автобиографияға нигеҙләнгән.
Талха Ғиниәтуллиндың әҫәре буйынса ҡуйылған “Ер менән күк араһында” спектаклендә йәшәү һәм үлем сигендә ғазапланған Ильяс исемле егет һүрәтләнә. Үлемгә дусар әҙәм балаһының йәнен алыр өсөн Хоҙай Ғазраилды ебәрә. Ул, әгәр егет йәшәүҙе һайлаһа, алда ниндәй тормош көтәсәген тәфсирләй. Ярлылыҡ, кәмһетелеү, һыҙланыу — барыһын да күреп, һалдат үҙ ҡарарын ҡабул итә.
Ошо премьера менән театр 14 июндә сираттағы 93-сө ижад миҙгелен яба.


Вернуться назад