Һәйкәл ҡалҡты Ҡанаҡайҙа Яҡуп атлы йырсы шағирға06.06.2013
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостандан етмешләп яҙыусы һәм журналист дошманға ҡаршы айбарлы алышты, шуларҙың утыҙҙан ашыуы — үҙе бер взвод! — ҡанлы яуҙа башын һалды. Ҡайтҡандары оҙаҡ йылдар төрлө өлкәлә намыҫлы эшләне, күптәре күренекле әҙип, йәмәғәт эшмәкәре булып танылды. Шуларҙың береһен “Атлы Яҡуп”, йәғни кавалерист Яҡуп, йәнә “радиожурналист Ҡолмой”, “Йырсы шағир” тип хәтерләү ғәҙәткә ингән...
Күкрәген миҙал-ордендар биҙәгән офицер-политхеҙмәткәр Яҡуп Хәйрулла улы Килмөхәмәтов (1918—1994) — Яҡуп Ҡолмой, ыҡсым ике шиғри китабы баҫылып, яраланып тылдағы часҡа күсерелгәс, СССР Яҙыусылар союзына ҡабул ителә. Бынан һуң 25 китабы донъя күрҙе, уға БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт, атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре тигән маҡтаулы исемдәр бирелде. Авторҙың 100-ҙән ашыу йыр тексы яҙғаны мәғлүм, шуларҙың егермеләбе бөгөн дә популяр: “Былбылым”, “Көтөүсе йыры”, “Томбойоҡ бүләк итмә...”, “Өфө вальсы”, “Тыуған илем”...
Бөйөк Еңеүҙең 68 йыллығы алдынан йәнтөйәге Ҡанаҡайҙа яугир әҙипкә һәйкәл-бюст асылды, постаментына алтынһыу хәрефтәр менән “Шағир Яҡуп Ҡолмойға, кавалерисҡа” тип яҙылған. Рәхмәт инде Ишембай йәмәғәтселегенә изге патриотик һәм күркәм ғәмәлдәре өсөн! Түшенә китап ҡыҫҡан мөләйем шағир, гүйә, тыныслыҡ теләп, зәңгәр офоҡҡа баҡҡан... Гүйә, һуғышты иҫләй һәм уяулыҡҡа саҡыра:
Бөгөн бына атакаға барам,
Эскадрондың алғы сафында...
Тантанала район хакимиәте башлығы Марат Ғайсин, Яҡуп Ҡолмойҙоң улы Марат Килмөхәмәтов, БР мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Риф Тойғонов, ауыл биләмәһе башлығы Гөлнара Кәримова, мәктәп директоры Әлфинур Латипова сығыш яһаны. Уҡыусы балалар менән скверға йәшел үҫентеләр сәскәндән һуң барса халыҡ Яҡуп Ҡолмойҙоң музей бүлмәһе, уның ХV быуатҡа уҡ тоташҡан шәжәрәһе менән танышты. Артабан байрамда ҡатнашыусылар атаҡлы Хәйрулла баҡсаһына йүнәлде. Баҡтиһәң, Яҡуптың атаһы Хәйрулла уҙаман ауыл ситендәге кескәй утрауҙа ауылдаш фронтовиктарҙың һәр кеме хөрмәтенә исемләп өйәңке ултыртҡан, хәҙер шулар тирә-йүнде йәмләп, олпат урмандай ҡоштар һайратып шаулап ултыра.
Осрашыуҙарҙа Өфө ҡунаҡтары — республикабыҙҙың халыҡ артисы Суфия Ҡорбанғәлиева, прозаиктар Рәшит Низамов, Сабир Шәрипов, Яҡуп Ҡолмойҙоң ҡыҙы Зәйтүнә, улы Булат яугир әҙип хаҡындағы йылы иҫтәлектәре менән уртаҡлашһа, шағирә Әнисә Таһирова иһә мәшһүр остазына һәм яҡташына арналған сонеттарын уҡып ишеттерҙе.