...Бик һағынһаң, һыпырт Стәрлегә:
Унда һине һүҙһеҙ аңларҙар.
Унда һине дуҫтар көтөп торор,
Елгә осор бөтә моң-зарҙар...
Мәшһүр Рәмиҙең шундай шиғыр юлдары иҫкә төштө Стәрлетамаҡта шиғыр байрамы башланыр алдынан.
Күңел түрҙәренән йырып сыҡҡан шиғри һүҙҙәрен дуҫтарына еткереү өсөн бихисап шағирҙарҙы бергә туплағайны ҡыштың һалҡын бер көнөндә Башҡортостаныбыҙҙың тәүге баш ҡалаһы.
Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы бындай сараларҙы тәүге тапҡыр ғына үткәрмәй. Шиғыр, ғөмүмән, ташҡа баҫылған һүҙҙең бәҫен аңлаған кешеләр өсөн улар йыш ҡына күркәм саралар ойоштора. Әле Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрының тамашасылар залында үткән был кисә “Аҡ ҡар балҡышы” тип аталды.
— Бындай осрашыуҙар беҙҙең өсөн дә, уҡыусыларыбыҙ өсөн дә мөһим, — ти Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһының яуаплы секретары, драматург Хәмит Ирғәлин. — Ҡағиҙә булараҡ, миҙгелдәр алышынғанда әҙәбиәт һөйөүселәр алдында етди һынау тотабыҙ. Ошондай рухи аралашыуҙар ваҡытында шиғриәт тураһында һөйләшәбеҙ. Күптән түгел генә ойошманың тәүге нигеҙ ташын һалған шағир, публицист, йәмәғәт эшмәкәре Рауил Ниғмәтуллиндың хәтер кисәһен уҙғарҙыҡ — халыҡ бик йылы ҡабул итте. Рауил Хөрмәт улын әле булһа һағыналар, шиғырҙарын, йырҙарын яраталар.
Кисәлә йәштәрҙең күп булыуы мине бик ғәжәпләндерҙе. Тимәк, ҡайһы ваҡыттарҙа йәш быуындың баҡсаһына һаҡһыҙ таш сойорғотоуыбыҙ бик үк дөрөҫ тә түгелдер.
“Аҡ ҡар балҡышы”на оло быуын вәкилдәре лә, йәштәр ҙә, балалар ҙа бик күп килгәйне. Шағирҙар “һабантуй”ын Өфөнән килгән ҡунаҡ — шағир, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррир урынбаҫары Рәмил Йәнбәк асып ебәрҙе.
— Стәрле һәр быуын әҙиптәребеҙ өсөн дә шиғриәт мәккәһе булған. Заманында бында Дауыт Юлтый ҙа илһам алыу өсөн килгән. Рәми Ғарипов та тормош бысраҡлыҡтарынан арыныу, ҡорғаҡһыған күңеленә сихәт алыу маҡсатында Стәрлетамаҡҡа юлланған. Беҙ ҙә Стәрле урамдарын күп тапаныҡ. Бындағы ҡыҙҙарға ғашиҡ булып, күпме дуҫтарым үҙ хистәрен шиғыр юлдарына һалды, — тине Рәмил Йәнбәк әҫәрҙәрен тамашасы хөкөмөнә сығарыр алдынан.
Тамашасылар Стәрлелә йәшәп ижад иткән әҙиптәр Земфира Муллағәлиева, Рәсим Рәхмәтуллин, Вера Витеко һәм Андрей Ефремовтың шиғырҙарын йотлоғоп тыңланы.
Рима Ғәлимованың геройҙарының эске кисерештәрен, фәлсәфәһен аңларға тырышҡан, кешеләр араһындағы күп яҡлы мөнәсәбәттәрҙе сағылдырған шиғырҙары берәүҙе лә битараф ҡалдырманы шикелле.
Элмира Сәсәниә, Тимер Ниәтшин, Мөҙәрис Багаевтың йырлы ла, оранлы ла шиғриәтендә кешенең рухи донъяһы, уның берҙәмлеген нығытыу, телебеҙгә хәстәрле ҡараш уятыу, әҙәм балаһын йәмғиәттә барған ваҡиғаларға битараф булмаҫҡа өндәү сағылып ята.
Шиғыр яратыусылар Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының “Ашҡаҙар” әҙәби түңәрәге ағзаларының сығышын да алҡыштарға күмде.
Мәләүез ҡалаһының Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт китапханаһы мөдире Рәзилә Ҡотлогилдина етәкселегендәге “Илһам шишмәләре” әҙәби түңәрәге ағзаларының шиғырҙары ла кисәне матурлауға үҙ өлөшөн индерҙе.
Шиғри кисә Резеда Мөхәмәтованың, “Арман” башҡорт балалар фольклор коллективының сығыштары, “Боровинок” урыҫ-украин халыҡ вокаль ансамбле, сыуаш халыҡ фольклор ансамбленең моңло йырҙары, “Дәрүиш” бейеү ансамбленең дәртле бейеүҙәре менән үрелеп барҙы.
Күңелдәргә оҙаҡ йылдарға етерлек илһам биреп, театрҙан сыҡҡанда, ҡала урамдарын сафландырып, күбәләкләп кенә ҡар яуа башлағайны. Аҡ ҡар балҡышы иләҫләнеп кенә торған йөрәктәрҙе тағы ла дәртләндереп ебәрҙе.
Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.