Әсәйеңдең йөҙөн ҡыҙартмаһаң, ил йөҙөнә килмәҫ ҡыҙыллыҡ04.06.2013
Әсәйеңдең йөҙөн ҡыҙартмаһаң, ил йөҙөнә килмәҫ ҡыҙыллыҡ * * *
Яҙмыш ҡанаттары илдән
Алыҫтарға осора.
Беҙ юҡһынғанда
Беҙҙе лә
Уйлай микән Туҡсоран?

Туҡ менән Сорандар аға
Йәнәш кенә,
Әйтерһең дә,
Тигр менән Евфрат.
Тигр — Евфраттар йыраҡ,
Үҙебеҙҙең Туҡсорандар
Һағындыра ифрат.

Уйымда дала ла дала,
Төштә лә табыр инде.
Һауаларына һыуһауым
Ҡанмайса ҡалыр инде.

* * *
Балалар йүгерешмәй,
Килендәр һыуға төшмәй,
Күпереп икмәк бешмәй,
Кисен йәштәр көлөшмәй.

Халыҡ ҡунаҡҡа йөрөшмәй,
Күрше хәлде белешмәй.
Хатта бисәләр ирешмәй,
Бабайҙар арҡан ишмәй.

Малайҙар мурҙа үрмәй,
Ер һөргәндәр ер һөрмәй.
Сәңгелдәк сабый күрмәй.
Эттәре лә бит өрмәй.

Мөғәллим дә, мулла ла юҡ,
Йоҙаҡлы мәктәп, мәсет.
Ауылдың буш урамында
Шаңғып торам, йән әсеп.

Өс машина

Миллионлы ҡалала
Эй үрсей машина!
Кем эшкә, төҙөлөшкә,
Кем һөйөү, үбешкә.
Кем талаш-һуйышҡа.
Төртөшә, бәрелешә,
Тәндәрҙе һытып,
Йәндәрҙе ҡыйып,
Йәнтәслим ашыға.

Күҙе аларынған машиналар
Ҡулдан ысҡыналар,
Кешегә ташланалар.

Был тиклем дә ашыҡмаһа кеше,
Ырамлыраҡ барыр ине эше.
Һуңлар ине күпме һәләкәткә,
Тиҙерәк етер ине бәрәкәткә,
Был тиклем дә ашыҡмаһа кеше.

Өс изге машина ҡалала:
Береһе икмәк, һөт тейәгән,
Икенсеһендә
Балалар ҡайҙалыр баралар,
Өсөнсөһөндә бәләнән, үлемдән
Араларға сабалар.

Өс изге машина ҡалала.

* * *
Тыуған яҡтың йәнгә ғәзиз
Таңдары ла, саңдары ла,
Сәскәһе лә, сәнскәге лә,
Наҙҙары ла, һаҙҙары ла.

* * *
Иҫән бәндә туҡһанға ла еткән булыр,
Тик ул саҡта күңеленә ғәзиз йөҙҙөң
Туҡһан туғыҙы был донъянан
киткән булыр,
Туҡһандағы һаман донъя
көткән булыр,
Яҡшылыҡтар һаман өмөт
иткән булыр.

* * *
Яҡты йөҙҙәр ҡаралмаһын,
Таралмаһын аҫыл ҡор.
Һине ҡара ер баҫҡанса
Ереңдә ныҡ баҫып тор.

* * *
Әсә бәхетен бала аңлаймы ни?
Тик бер мәлгә әсә күҙе менән
Үҙенә үҙе бала ҡараймы ни?
Әсә бәхетен бала аңлаймы ни?

* * *
Балҡый был көҙ!
Һуңғы сәғәтемдә
Булһам ине был алтын көҙ һымаҡ.
Юҡ! Китмәҫкә ине бөгөлөп, һытылып,
Йыртыҡ болот һымаҡ һөйрәлеп,
Быҫҡаҡ ямғыр һымаҡ мыжып, илап.

* * *
Күк көмбәҙе сәскә атты —
Йылы яҡтан ҡоштар ҡайтты.

* * *
Ҡарап торһаң дошман өйөрөнә,
Таянып бөйөрөңә,
Яһил өйөр һине төйөр,
Итер талҡан.
Ул сағында кем һуң булыр
Илгә ҡалҡан?

* * *
Замана балалары — замана бәләләре.
Бәлә булыр балаларҙы
Кемдәр үҫтерә әле?

* * *
Яңы яуған был ҡарҙарҙан
Донъялар саф, аҡ булды.
Миңә эйәреп керҙе ҡар,
Өйөмдә харап булды.

* * *
Кисә — ҡайнар ир ҡуйынында,
Бөгөн — туңған ер ҡуйынында.

* * *
Яҡты күлдең шаян тулҡындары
Иркәләнә ҡара толомоңа.
Татыуҙары ошо бәхеттәрҙе
Яҙмағандыр ниңә мин ҡолоңа?

* * *
Йәштәрҙе ярһыта гормондар,
Бейетә, тарттыра гармундар.

* * *
Мәңгелекте үлсәп булмай
был мәл менән,
Сикһеҙҙе лә сикле менән үлсәп булмай.
Бынау торған айға ла бит
буйым етмәй,
Уйым ғына йыһандарҙы иңләй-буйлай.

* * *
Башҡорт өйө, башҡорт көйө
Булһаңсы гел көйлө көйө.

* * *
Ураҙаның да осо бар,
Үтеп китә ғәйеттәр ҙә.
Ярлыҡай күр гонаһтарҙан,
Ҡотҡара күр ғәйептәрҙән.

* * *
Аллаһ үҙгәртә, үҙе үҙгәрмәй.
Аллаһ күрһәтә, үҙе күренмәй.

* * *
Ҡотора Дәжжәл,
Һибеп әжәл.

* * *
Барыбыҙ ҙа закон ҡоло булһаҡ,
Беҙ иң азат халыҡ булыр инек!

* * *
Бигерәк сәйер әҙәм балаһы —
Тота һалып барыһын алаһы!

* * *
Кисә ҡайын һутҡа тулышҡайны,
Бөгөн инде
Япраҡ менән сауҡа тулышҡан.

* * *
Ҡояш йылыһында ай ирене,
Мин иренем, тойоп иренеңде.

* * *
Кеше кермәҫ кеше гүренә,
Кеше менер кеше түренә.

* * *
Әсәйеңде рәнйетерлек сиктән
Сығармаһын һине ҡыҙыулыҡ.
Әсәйеңдең йөҙөн ҡыҙартмаһаң,
Ил йөҙөнә килмәҫ ҡыҙыллыҡ.

* * *
Хас имандан яҙҙырырлыҡ һөжүм
Алмашынып торҙо — күп күрҙек.
Күҙҙе быуҙы элек Интернационал,
Башты бутай хәҙер Интернет.

* * *
Хәләл көн күргәнгә —
ҡытлыҡ йылдары,
Илде талағанға —
ҡотлоҡ йылдары.

* * *
Һинең тулышып бешкән сағың,
Минең аттан төшкән сағым.

* * *
Урламаҫҡа була,
Урлатмауы ҡыйын.

* * *
Бөтәйһен тип тормош, эй тир түгә,
Хәле бөтөп бәндә, эй, яна.
Тынмай кеше,
Булмаҫмы тип эше
Тишек донъяһына бер ямау.

* * *
— Көсөм бар ҙа — тауың бөттө,
Тын бөтмәне — юлың бөттө.
Моң бөтмәне — йырың бөттө.

— Килер көнөң түгел бикле!
Моңон булһа, тыуыр йырҙар,
Ярһып яр һин яңы юлдар,
Бөттө тимә, башландың тиң,
Беҙ бөткәндән бөтмәҫ донъя.

Ташландыҡ юл
Тышаулай аяҡты.
Башландыҡ юл
Ташлата таяҡты.
Үҫтерә ҡанатты.

* * *
Һине юҡһынған донъяма
Был ниндәй хәүеф тулды?
Һағышың булдымы һинең,
Әллә ҡарғышың булды?


Вернуться назад