Ергә йәй килгәнен хәбәр иткәндәй, сағыу ҡояш айырыуса шат йылмая бөгөн. Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө булыуы ҡыуанысты икеләтә арттыра.
Тарихҡа күҙ һалғанда, 1949 йылда Парижда үткән ҡатын-ҡыҙҙар конгресында тыныс тормош өсөн туҡтауһыҙ көрәш алып барырға ант бирелә. Был — йәш быуындың именлеген тәьмин итеүҙең төп юлы, тип билдәләнә. 1950 йылдың 1 июнендә иһә тәүге тапҡыр Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уҙғарыла, һәм ул матур йолаға әүерелә.
Байрамдың флагы бар: үҫеште, аһәңде, уңдырышлылыҡты сағылдырған йәшеллек уртаһында Ер шары һүрәтләнгән, уны ҡыҙыл, һары, күк, аҡ, ҡара төҫтәге кеше һындары уратып алған. Был фигуралар төрлөлөктө һәм сабырлыҡты аңлата. Үҙәктәге Ер шары иһә — дөйөм йортобоҙҙоң билдәһе.
Күркәм байрам уңайынан, йола буйынса, редакциябыҙ хеҙмәткәрҙәренең балаларын йыйып ҡотланыҡ. Һәр ваҡыттағыса, йүгерешеп, шау-гөр килеп ингән ҡыҙҙар, малайҙар иртә менән йөҙҙәргә ҡояш ҡундырып, эш көнөн йәнләндереп ебәрҙе. Сәскәләй матур бер туған Таңсулпан һәм Алтынай Исхаҡовалар тиҙҙән шифаханаға юлланасаҡ. “Китап уҡырға, һүрәт төшөрөргә яратабыҙ”, — ти ҡыҙҙар. Таңсулпан Өфөлә кескәйҙәр араһында үткәрелгән “Һаумы, һаумы, Әкиәт!” конкурсында өсөнсө урынды юҡҡа ғына алманы шул! Зирәк ҡыҙ быйыл I класҡа бара. Ете йәшен тултырған Искәндәр Балтабаев менән Вилдан Мәжитов та тиҙҙән “алтын һуҡмаҡ”ҡа аяҡ баҫасаҡ. Мәктәпкә күптән әҙер тырыш малайҙарыбыҙ: уҡый-яҙа беләләр, башҡортса ла, урыҫса ла матур һөйләшәләр. Ирхан Ишморатов иһә белем юлындағы тәүге һынауҙы үтте: I класты уңышлы тамамланы. Ә уның бер туған апаһы Гөлдәр, башланғыс мәктәп менән хушлашып, урта кластарға аяҡ баҫты.
Дүрт йәшлек Ильяс Ҡолбахтин үҙенән өлкәнерәктәр менән уртаҡ телде тиҙ тапты, һөйләшеп һүҙе бөтмәне. Батыр, көслө булып үҫергә теләгән малай каратэ, футбол түңәрәктәрендә ихлас шөғөлләнә икән. Ә иң бәләкәстәребеҙ Азамат Абдуллин менән Данияр Шәймәрҙәновтың мәшәҡәттәре башҡараҡ: йүгереп туймаҫ мәлдәре әле. Фотоға төшөргә лә “ваҡыт тапмаған” шуҡ малайҙарҙың ҡыҙыҡтарын хәҙер инде VI класты тамамлаған Лилиә Ғилмитдинова көлөмһөрәп күҙәтте.