Һыуынмаһын ошо йылылыҡ!01.06.2013
Күңелем аяҡтарҙан да алдан саба. Юҡтан ғына түгел, бөгөн бит беҙҙә байрам – ҡала көнө! Химиктар һәм эшҡыуарҙар байрамдарын билдәләйбеҙ. Иртәнән кискә тиклем матур-матур шарҙар, һүрәттәр менән биҙәлгән урамдар, концерт, уйын-ярыш майҙандары, тәм-том һыйҙары көтә беҙҙе.

Бына ҡала хакимиәте ҡаршыһында торабыҙ. Урындағы етәкселек байрамға килгән ҡунаҡтар – яҡын-тирәләге район һәм ҡала башлыҡтары, предприятие етәкселәре – менән бина алдында туҡтаған троллейбусҡа инә. Аптырайбыҙ: троллейбустың “мөгөҙҙәре” юҡ та баһа – нисек ҡала урамдарын ҡыҙырып, халыҡҡа байрам кәйефе таратырға уйлайҙар икән? Баҡтиһәң, ул электрһыҙ ҙа (махсус аккумулятор ярҙамында) йөрөй ала – һынау өсөн килтергәндәр. Ҡайһылай шәп! Был машина менән ҡаланан сығып та китергә мөмкин.
Беренсе туҡталыш – “Арбат” сауҙа һәм күңел асыу комплексы. Ғаилә менән ял итеү өсөн әле генә эшләй башлаған “ДинозавриЯ” үҙәгенә йүнәләбеҙ. Аяҡ баҫырлыҡ та урын юҡ – сыр-сыу килгән бала-саға үҙе хәрәкәт иткән, күҙҙәре янып торған “динозаврҙар” менән мәж килә.
Артабанғы туҡталыштарҙа ҡунаҡтар менән “Стәрлетамаҡ-Арена”ны, 1-се дауахананы, тағы бер нисә предприятиены ҡарайбыҙ. Һәммәһендә эш ҡайнай. Бигерәк тә һаулығыбыҙ һағында тороусыларҙы билдәләп үтке килә.
…Ниһайәт, Ленин проспектына киләбеҙ. Урамды ҡалабыҙҙың һүрәт төшөрөү, ағастан юнып әйберҙәр яһау буйынса төрлө йәштәге оҫталарының эштәре биҙәгән. Халыҡ уларҙы иғтибарлап ҡарай, һатып ала.
Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры алдында уйын-ярыш, концерт ҡыҙғандан-ҡыҙа. Ошонда уҡ атыу буйынса ла оҫталыҡты һынап ҡарарға була – бер ағай пневматик мылтыҡтан “тытылдата” ғына. Былай булғас, бөтә бүләктәр ҙә уныҡы инде. Ә-ә-ә, бына бит сер нимәлә – ағай кеше запастағы хәрби икән. Ҡайһылай барлыҡ оҫталарҙы йыйған был спорт майҙаны! Хәйер, сәхнә лә ҡалышырға теләмәй: уны әленән-әле йырсы-бейеүселәр биләп кенә тора. Бер-бер артлы сығыш яһаған матур-матур күлдәкле, сағыу йөҙлө кескәйҙәр Аркадий Гайдар исемендәге пионерҙар йорто тәрбиәләнеүселәре икән. Балалар концертын ҡала артистары сығышы алыштыра.
Майҙанды арҡыры-буй гиҙеп туйғас, ҡаланың башҡа мәҙәни усаҡтарына ашығабыҙ һәр ерҙә уйын-көлкө, күңел асыу. Башҡорттар ҙа, татарҙар ҙа, урыҫтар ҙа бер туғандай гөр килә. Уларҙың берҙәмлегенә һоҡланмау мөмкин түгел.
…Кис яҡынлашты. Коллегам менән аҙна буйы Митя Фомин да, Митя Фомин тип бер-беребеҙҙең ҡолаҡ итен ашай торғас, көнө лә етте. Ҡала мәҙәниәт һарайы алдында Рәсәй кимәлендәге эстрада йондоҙоноң сығышын көтәбеҙ һәм… бына ул үҙе!
Концерт тамам, күкте салют уттары биҙәй. Стәрлетамаҡтар бер-береһен ҡала көнө менән ҡотлай, шатлыҡлы ауаздар туҡтарға самаламай ҙа әле. Тимәк, байрам йылыһы һүнергә йыйынмай – башҡа көндәрҙә лә һыуынмаһын инде ошо йылылыҡ!


Вернуться назад