Силәбеләр ҙә әҙерләнә01.06.2013
Һәр ваҡыттағыса, уҡыу йылы аҙағында республика мәктәптәрендә, балалар баҡсаларында һабантуйҙар гөрләп үтә.

Күптән түгел Республика башҡорт лицей-интернатын тамамлаған егеттәрҙең “Үҫеш” фонды баш ҡала халҡын ошондай күркәм байрам менән һөйөндөргәйне. Өфөнөң 13-сө башҡорт башланғыс мәктәбе — балалар баҡсаһында үткән һабантуй ҙа йыр-моңға, ярыштарға бай булды.
Сит төбәктәрҙә төйәкләнгән милләттәштәребеҙ ҙә милли йолаларға ҙур ихтирам менән ҡарай. Мәҫәлән, иртәгә Силәбе өлкәһендә башҡорт балалар һабантуйы булыуы көтөлә.
Бөгөн иһә халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан милли сара һәр урында тиерлек үтә.


Вернуться назад