Асылыкүл ҡыҙы01.06.2013
Асылыкүл ҡыҙыДәүләкән районының Мәкәш ауылына юлға сыҡҡанда, “Заятүләк менән Һыуһылыу” эпосы иҫкә төштө. Унда Һыуһылыу Заятүләкте һыу аҫты донъяһындағы мөһабәт һарайҙар, күҙ яуын алған хазиналар менән таныштыра...
“Ватандаш” журналының баш мөхәррире, шағир Азамат Юлдашбаев, журналдың бүлек мөдире Айнур Дәүләтбәков менән Асылыкүл ҡыҙы, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, шағирә Лариса Абдуллинаның “һыу аҫты” донъяһын күрергә китеп барабыҙ. Хәйер, Ларисаның ижады менән беҙҙе таныштырып тороу кәрәкмәй, шиғриәтенең моңо күңелебеҙгә күптән һеңеп ҡалған. Ләкин ошо моң шағирәнең тыуған төйәгендә тағы ла сағыуыраҡ нурҙар менән балҡый, тағы ла баҙыҡлана, йәнләнә икән! Юҡҡа ғына “шағирҙы белер өсөн уның тыуған ерендә булырға кәрәк” тип әйтмәйҙәр.

Һа-а-ай, ярата Ларисаны ауылдаштары! Өҫтәл һығылып торған һый тураһында әйтеп тораһы ла түгел, күңелдәре нурлы, телдәре татлы мәкәштәрҙең. Улар Ларисаның бала сағын, мәктәп йылдарын иҫенә төшөрҙө.
“Иң шаян класс ине, — тип хәтерләй шағирә уҡыған кластың етәксеһе, хәҙер мәктәп директоры Рәйҙә Әхмәтрәхимова. — Лариса бәләкәйҙән бик намыҫлы булып үҫте. Берәй ауыр мәсьәләне сисә алмай аҙапланған сағында, “күсереп кенә ал да ҡуй” тиһәң, “юҡ, үҙем эшләйем”, тип барыбер осона сығып ҡуя”.
“Лариса башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса район, республика олимпиадаларында ҡатнашып призлы урындар ала торғайны. Спортты яратты. Иң яратҡан уҡыусыбыҙ булды”, — тине уҡытыусылары Светлана Зыяева һәм Мөнирә Ғабдуллина. Ә инде уҡытыусы Наилә Ғилманова шағирәнең “Ҡарағай урманы”н йырлап ебәргәс, олоһо ла, кесеһе лә ҡушылды.
Асылыкүл ҡыҙыМәктәп уҡыусылары Лариса апайҙарының шиғырҙарын яттан һөйләп ишеттергәндән һуң, уға һорау яуҙырырға тотондо: “Тәүге шиғырығыҙ нисек яҙылды?”, “Әле нимәләр яҙаһығыҙ?”, “Был әҫәрегеҙҙе кемгә арнанығыҙ?..” Шағирә һәр һорауға ихлас яуап бирҙе, әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләгән уҡытыусыларына рәхмәтен еткерҙе.
Башҡорт әҙәбиәтенең күгенә моңло һандуғас осорған Гөлшат апай осрашыуға килгән ауылдаштарына әсә йөрәгенән сыҡҡан һүҙҙәрен әйтте: “Ҡыҙымдың ижадын ҡабул иткән кешеләр йыйылған бында. Мең рәхмәт һеҙгә! Лариса бер мәшәҡәтһеҙ бала булды. Тик ултыра белмәне. “Шул апайҙың һыйыры икәү, береһен һауып киләйем әле”, — тип тә сығып китә ине. Бер саҡ кәртә аша сыҡҡанда күлдәге эләгеп, шуны ысҡындыра алмай тора икән. Бер ағай: “Нишләп тораһың, ҡыҙым?” — тип һораған. “Күрмәйһеңме ни, тауға ҡарап торам”, — ти икән был. Шулай, бәлә һалмай, һәр эште үҙаллы башҡарырға өйрәнде. Шулай ҙа Ларисама бер үпкәм бар: кейәүгә сыҡһаң, алты бала тап, тигәйнем, әле яртыһын ғына үтәне”.
Гөлшат апай үҙе лә шағирә. Шиғырҙары, мәҡәләләре республика гәзит-журналдарында донъя күреп тора. Был юлы ул, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең “Сигеү сигә ҡыҙҙар” исемле шиғырын уҡып, тамашасыларҙың күҙенә йәш төйөлдөрҙө.
“Ватандаш” журналының баш мөхәррире, шағир Азамат Юлдашбаев бөгөнгө матбуғаттың хәле, гәзит-журналдарға яҙылыу барышында халҡыбыҙҙың вайымһыҙлыҡ күрһәтеүе тураһында әсенеп һөйләне, йәштәрҙе техник йүнәлештәге юғары уҡыу йорттарына инергә саҡырҙы. Лариса Абдуллинаның ижады хаҡында: “Лариса — шағирә генә түгел, бына тигән публицист һәм тәржемәсе лә. Ләйсән Үтәшеваның “Һынмаҫ рухлы” исемле әҫәрен, Светлана Дегтяреваның “Һәм мин һиңә ҡайтырмын” тигән шиғырҙар йыйынтығын тәржемәләп, китап итеп сығарҙы. Ғөмүмән, Лариса ниндәй генә жанрға тотонмаһын, уның ҡәләменән уҡымлы, фәһемле әҫәрҙәр тыуа”, — тине.
Ҡайтыр юлға сыҡҡанда “Заятүләк менән Һыуһылыу” эпосында Һыуһылыуҙың: “Мин Асылыкүлһеҙ йәшәй алмайым”, — тигән һүҙҙәре ҡолаҡҡа салынғандай булды. Эйе, шағирә Лариса Абдуллина ла көмөш һыулы Асылыкүл кеүек халҡыбыҙҙың рух күленән тыш йәшәй алмаҫ ине.


Вернуться назад