Ҡырмыҫҡалы районының Йомран-Табын ырыуына ҡараған Ибраһим ауылында 300-ҙән ашыу кеше көн күрә. Шуларҙан дүрт кенә кеше — Мәрүәр Әхмәтшина, Ғәзимйән Ибраһимов, Мәҙейәр Мирхәйҙәров, Ғәбделхәй Камалов — "Башҡортостан" гәзитен алдыра.
Һуңғы йылдарҙа матбуғаттың бәҫе төштө, шуға уҡыусылар һаны ла кәмене, тип әйтергә яраталар. Етмеш йылдан ашыу элек үк үҙенең яҙмышын "Башҡортостан" гәзите менән бәйләгән Мәҙейәр Зөлфәр улы Мирхәйҙәров ағай — бөтөнләй икенсе фекерҙә.
— Өйөбөҙгә "Ҡыҙыл Башҡортостан" гәзите килә торғайны. Ул заманда наҙанлыҡҡа ҡаршы көрәш ҡаты барған. Минән башҡа мәктәп йәшендәге ике ағайым менән ике апайым булғас, атайым балаларын белемле итеп үҫтерергә тырышҡандыр, — тип хәтирәләргә төшөп китә ул. — Гәзитте асып ебәрһәң, кәүҙәмдең яртыһын ҡаплай ҙа ҡуя. Шулай дәү булып күренә ине ул. Тәүге битендә эре ҡара хәрефтәр менән "Вершинин... СССР Юғары Советына депутат итеп күрһәтелде" тиелгән, портреты аҫтында биографияһы яҙылған. Гәзиттең уң яғында торған Ленин һүрәте әле лә күҙ алдымда. Был 1938 йыл ине шикелле.
Уҡырға саҡ өйрәнгән малай ваҡытлы матбуғат һүҙе менән шулай таныша. Артабан уларҙың юлы гел бергә бара. Төньяҡ ҡотопто яулаған Чкалов, Папаниндарҙың ҡыйыулығы, Ғәлимов Сәләмдең ялҡынлы шиғырҙары, йәш йөрәкте ҡанатландырып, яҡты киләсәккә әйҙәһә, 1941 йылда ҡара ҡайғы булып ябырылған ҡанлы һуғыш дошманға бөткөһөҙ нәфрәт сәсә, яугирҙәрҙең ҡаһарманлығы Ватанға сикһеҙ мөхәббәт уята. Етем Мәҙейәргә (биш йәшендә атаһы вафат була) уҡыуҙы ташларға тура килә. Аяҡта — сабата, өҫтә — әләм-һәләм кейем. Әсәһе Гөлниса елкәһендә — алты бала. Шулай ҙа 1942 йылда Бишауыл-Уңғарҙағы мәктәпкә V класҡа бара ул. Һигеҙенселә уҡып йөрөгәндә уҡытыусы апай, балаларҙы линейкаға теҙеп баҫтырып, 150 һум (ике-өс һыйыр хаҡы!) түләмәгән баланы мәктәптән ҡыуасаҡтар тип бик ҡаты иҫкәртеп ҡуйғас, үҫмер тағы уҡыуҙан мәхрүм ҡала. Был хәлде ишеткәс, Һаҡай ауылында йәшәүсе Мазһар ағаһы, үҙенә саҡырып, аҡса бирә. Һалымсылар шуны ҡайҙан белгәндер. Мәҙейәр өйгә килеп инеү менән аҡсаны ҡулынан тартып тигәндәй алып сығып та китәләр...
— Бик ауыр заманда гәзит ҡайғыһы булмағандыр, — тигән шигемә Мәҙейәр ағай:
— Улай түгел. Гәзитте кем яҙҙырғанын хәтерләмәйем, әммә "Ҡыҙыл Башҡортостан" беҙгә һәр ваҡыт килде. Шул осорҙа баҫылған "Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!", "Рядовой Кәрим, өс аҙым алға сыҡ, Авангардҡа барасаҡһың, юл асып..." тигән юлдарҙы нисек онотаһың инде. Ватансыл рухлы шиғырҙарҙы, фронттан алынған мәғлүмәттәрҙе, башҡа сығыштарҙы уҡып-ятлап, рухланып йәшәнек, — ти ул.
Үгеҙ егеп утын, бесән ташып, шул заман малайҙары ише колхоздың бөтмәҫ ҡара мәшәҡәттәрен татып үҫә егет. Армия хеҙмәтенән ҡайтып, колхоз баҫыуҙарынан сыҡмай эшләгәс, уңған комбайнер маҡтаулы игенсе булып таныла. Бер мәл ул мәктәптә хеҙмәт дәресенән уҡытып та, киске мәктәптә уҡып та йөрөй. Утыҙ өс йәшендә, ике бала атаһы булғас ҡына, урта белем алыуға өлгәшә. Төплө фекерле, әйтер һүҙен уйлап, кешеләр менән ипле мөғәмәлә итә белгән, һәр яңылыҡты тиҙ тотоп алыусан киң ҡарашлы ир-уҙаман колхозға партком секретары итеп саҡырыла.
Тормош поезд юлы түгел, һыҙылған юлдан ғына бармай шул. Йә МТС-тар ҡайтанан үҙгәртеп ҡорола, йә ауыл хужалығының етештереүсәнлеген киҫкен күтәреү, ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереү алға килеп баҫа. Колхоз етәкселәре менән бергәләп ил байлығын ишәйтеү, халыҡ һаулығын хәстәрләү, мәктәп балаларының өлгәшеүен тикшереү һәм башҡа һөйләп бөткөһөҙ бурыстарҙы атҡара партком секретары. Барлыҡ йүнәлештәрҙе үҙең дөрөҫ аңларға һәм уларҙы сит илдәрҙәге, республикалағы, райондағы, колхоздағы хәлдәр менән дөрөҫ бәйләп аңлатырға ла кәрәк. Был йәһәттән Мәҙейәр Зөлфәр улына Хоҙай һәләтте йәлләмәй биргән. Фрунзе исемендәге колхоз рәйесе Усман Абдулла улы Нәзиров үҙе лә эшләй, кешене лә эшләтә белде, тип хәтерләй ветеран. Уның етәкселегендә, ауыл егәрлеләренең фиҙакәр хеҙмәте арҡаһында, бик күп ит, һөт, йомортҡа етештереп, иген игеп, уларҙы дәүләткә һатып, миллионерҙар сафына баҫа хужалыҡ. Раил Камалов, Фәрит Садиҡов кеүек Социалистик Хеҙмәт Геройҙары үҫеп сыға. Һауынсы Раҡыя Байморатова, Усман Нәзиров, бригадир Фәйзрахман Дауытов, сөгөлдөр үҫтереүсе Фәнил Кинйәбаев һәм башҡалар юғары дәүләт наградаларына лайыҡ була. Мәҙейәр Зөлфәр улы үҙ тирәһенә Зыя Юлмөхәмәтов, Сажиҙә Шәрәфетдинова, Рәйес Рамазанов, Ғабдрахман Әлмөхәмәтов, Мәүлетбикә Вәлиева, Менәүәрә Бикҡолова, Нәфисә Асманова кеүек ялҡынлы агитаторҙарҙы бер ҡорға туплап, колхозсыларҙы рухландырып, сәмләндереп-ярыштырып эшләтеүгә ҙур көс һала. Был эштә Силәбеләге совет партия мәктәбен тамамлауы ла ярҙам иткәндер. "Шулай ҙа иң кәрәкле мәғлүмәтте "Совет Башҡортостаны" гәзитенән алдым", — ти ветеран ағайыбыҙ.
Ҡатыны Менәүәрә башланғыс класс уҡытыусыһы булып эшләгәс, өйгә өйөлөп гәзит-журнал килеүен ул заман кешеләре генә белә. Әйткәндәй, әсәйҙәренең юлын — педагог һөнәрен һайлаған ҡыҙҙары Гүзәлиә менән Ғәлиә йыл да "Башҡортостан" гәзитенә яҙылмай ҡалмай. Бергә йәшәгән оло улы Фәнүр иһә — атаһының иң яҡын фекерҙәше. Мәҙейәр Зөлфәр улының үҙенең яҙған мәҡәләләрен, хәтирәләрен йыйып туплаһаң, ике томлыҡ китап сығыр, моғайын. Илле йылдан ашыу мөхәббәтле ғүмер кисергән, бынамын тигән балалар бүләк иткән һәм дүрт йыл элек вафат булған хәләл ефетенә йөрәгенең иң түренән сыҡҡан һөйөү тулы һүҙҙәрен ағайыбыҙ шиғри юлдарға һалып йыл да район гәзите "Даирә"лә баҫтыра. Яратып-янып башҡарған хеҙмәте өсөн бирелгән наградалары ла бик күп уның. Шулар араһында үҙенә районда беренсе булып тапшырылған өҫтәлгә ҡуймалы миҙалы яҡыныраҡ кеүек.
Хаҡлы ялға сыҡҡас та әле уны Һәүәләй ауыл Советының аҡһаҡалдар ҡоро рәйесе вазифаһынан оҙаҡ төшөрмәнеләр. Яҡташы, милләтебеҙҙең ҙур шәхесе Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың 150 йыллыҡ юбилейы яҡынлашҡанда музей төҙөү ихтыяжы килеп тыуғас, ул Мотаһар Ноғоманов һәм башҡалар менән унға ун итеп бура бураған.
— Тормош менән бергә гәзиттең дә йөкмәткеһе төрләнә. Уларҙы нисек ҡабул итәһегеҙ, ниндәйерәк мәҡәләләр оҡшай? — тип һорауға уның яуабы әҙер:
— Гәзитте мин һаман да тәрбиәсе, алға әйҙәүсе итеп күрәм, шуға барыһын да уҡыйым, хатта "Тубырсыҡ"ты ҡарап сығам. Балаларҙың оҡшаш исем-шәрифтәрен осратам, беҙҙең яҡтыҡы түгелме икән тип телефондан белешәм. Сит илдәрҙәге башҡорттар менән таныштырып барыуҙы ҙур яңылыҡ тип уйлайым. Марсель Ҡотлоғәлләмов, Мәхмүт Хужиндарҙың сығыштарын көтөп алам. Аналитик фекерләү көслө уларҙа.
Ноябрь айында ауылда матбуғат хеҙмәткәрҙәре менән осрашыу үткәрелде. Һикһән ике йәшен тултырған ағайыбыҙ унда иң тәүгеләрҙән булып килгәйне.
— Дипломы бар баламдың, эш кенә юҡ, тип зарлана берәүҙәр. Гәзит уҡымаған кеше тормошта үҙен нисек тоторға белмәй. Өйҙә тик ятҡанда баш эшләмәй ул. Эшҡыуарҙар тураһында бик күп яҙылды. Шуларҙы уҡып ҡына ла күп нәмәгә төшөнәһең. Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың вариҫтары бит беҙ, уның яҡты рухын кәмһетмәйек, гәзитебеҙгә яҙылайыҡ, туғандар, — тип тураһын ярҙы ла һалды.
Фәүзиә ЛАТИПОВА.