“Күрше алыҫ туғаныңдан яҡыныраҡ”31.05.2013
Кисә Чебоксарҙағы Сыуаш дәүләт опера һәм балет театры алдындағы майҙанда Сыуашстанда Башҡортостан мәҙәниәте көндәре рәсми асылды.

— Күрше алыҫ туғаныңдан яҡыныраҡ, ти сыуаш халыҡ мәҡәле. Ысынлап та шулай, — тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов. — Республикаларыбыҙ араһында ныҡлы бәйләнеш урынлашҡан. Мәшһүр шағирҙар — 18 йәшендә генә Сыуашстан Республикаһының танылған эпосын яҙған Константин Иванов, Яков Ухсай һәм башҡа бик күптәр — Башҡортостан ерендә тыуған. Улар мәҙәниәттәребеҙҙе байытыуға күп көс һалды.
Республика етәксеһе Чебоксар тураһындағы тәьҫораттары менән дә уртаҡлашты.
— Баш ҡалағыҙ бөтә республика кеүек үк бик матур, төҙөк. Һеҙҙе Башҡортостанға саҡырам. Республикаларыбыҙ араһындағы бәйләнештәрҙең нығыуын, дөйөм эшебеҙгә ярҙам итеүен теләйем, — тине ул.
Байрам ҡунаҡтарын Сыуашстан башлығы Михаил Игнатьев сәләмләне.
— Былтыр 30 йыллыҡ тынлыҡтан һуң үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлекте яйға һалырға ҡарар иттек. Власть органдары ғына түгел, рәссамдар, яҙыусылар, ижад кешеләре араһында ла бәйләнеш үҫһен ине, — тине ул.
Сараны асыу тантанаһынан һуң төбәк башлыҡтары Сыуаш дәүләт художество музейында булды. Унда Башҡортостандың заманса сәнғәт күргәҙмәһен ҡараны. Һуңынан Башҡортостан Президенты Чебоксарҙағы “Экра” фәнни-етештереү предприятиеһына юлланды.


Вернуться назад