Сафура таблицаһы31.05.2013
Сафура таблицаһыУрта мәктәпте шыр “өслө”гә тамамлаған Ибрайға армияға саҡырыу ҡағыҙы ебәрәләр. Повестка килде тип кенә ил һаҡларға китеп булмай бит инде — медкомиссия үтергә кәрәк.
Икенсе көндө иртүк әсәһе хәстәрләп биргән бәлештәрҙе, “өслө”ләрҙән шығырлап торған аттестатын, паспортын йыйнаҡ ҡына итеп төйнәп, район үҙәгенә, дауаханаға юллана. Шөкөр, оҙаҡ эҙләргә тура килмәй тағы үҙен. Һикһән йәштәр тирәһендәге ҡарсыҡ, әйтерһең, ғүмер буйы ошо һорауҙы ғына көтөп йәшәгән.
— Бер аҙ барғас та, дүрт ҡатлы аҡ бина булыр. Духтырҙар шунда инде, балам, — ти.
Әбей өйрәткән Киров, Пушкин урамдарын үтеп, тәки эҙләп таба дауахананы Ибрай.
Комиссия үтеүсе бер Ибрай ғына түгел икән, кабинет төбө һайын өйөлөшөп баҫып торған йәштәштәрен күреп, егеттең эсенә йылы инә.
— Исем-фамилияң, атайыңдың исеме, тыуған йылың? — тип ҡаршылай уны беренсе кабинетта өлкән йәштәге табип ағай.
— Йылҡыбаев Ибрай Дәүләтбай улы.
— Нәҫелегеҙҙә ҡотороп, аҡылдан яҙып йә төндә һаташып сирләүселәр юҡмы?
— Һуңғы ваҡытта һиҙелгәне юҡ әле...
— Дүрт дүртең нисә була?
— Ун дүрт...
— Ете етең?
— Ҡырҡ ете...
— Һигеҙ һигеҙең?
— Һикһән һигеҙ...
— Эсәһеңме?
— Көтөүҙә генә инде, ағай... Көн оҙон бит, нишләп ятмаҡ кәрәк?
— Тартаһыңмы?
— Былай төпсөк йыйып йөрөгән юҡ, әммә ҡунаҡҡа ҡайтҡан ваҡыттарында еҙнәй берәрҙе биргеләй...
Табип һорауҙарға тыныс ҡына яуап биреп ултырған Ибрайға иҫе-аҡылы китеп ҡарап тора.
Унан:
— Бындараҡ кил әле, Йылҡыбаев. Бына был нимә? — тип һорай, бармағы менән стенаға төртөп.
Ибрай шул яҡҡа ҡарағандан һуң шатлығынан ҡысҡырып уҡ ебәрә:
— Сафура апай таблицаһы!
— Ниндәй Сафура тағы?! — Табиптың аптырауының сик-самаһы юҡ икән.
— Беҙҙең химия уҡытыусыһы Сафура апайҙың бүлмәһендә нәҡ шундай таблица эленеп тора!
— Менделеев таблицаһы ул, Йылҡыбаев! Бар, сыҡ. Һине ун дүртенсе кабинетта көтәләр.
Үҙен бик сәйер ҡиәфәттә оҙатып ҡалған табиптан сыҡҡас, Ибрай иң тәүҙә медицина карточкаһының һуңғы битен асып ҡарай һәм унда матур, тигеҙ хәрефтәр менән “Годен” тигән яҙыуҙы күрә.


Вернуться назад