Көрәш ысынлап башландымы?31.05.2013
Көрәш ысынлап башландымы?Тәмәке тартыуҙан күрелгән зыянды иҫәпләү мөмкин түгел. Ваҡытынан иртә вафат булыу арҡаһында хеҙмәт етештереүсәнлегендәге юғалтыу миллиард һумдар менән иҫәпләнә. Бер тәмәке төпсөгөнән сыҡҡан янғын һөҙөмтәһендә көл-күмергә ҡалған йорт-ҡура, ҡорбандар, сәләмәтлек ҡиммәтен баһалау мөмкинме ни?

1 июндән үҙ көсөнә инәсәк яңы Закон тәмәкеселәрҙең күңеленә хуш килмәҫ, әлбиттә. Бынан ары дәүләт учреждениеларында, вуздарҙа, мәктәптәрҙә, дауаханаларҙа, вокзалдарҙа һәм башҡа йәмәғәтселек урындарында тәмәке көйрәтеү тыйыла. Махсус урындар предприятиеларҙа һәм офистарҙа ғына ҡалдырылыуы мөмкин. Ә быйыл яҙҙан киосктар сигарет һәм тәмәке әйберҙәре һатыу хоҡуғынан мәхрүм ителде. Оҙайлы сәфәргә юлға сыҡҡан поезд пассажирҙарына туҡталыштарҙа тартыу рөхсәт ителһә, кафе, ресторан хужаларына тәмәке көйрәтеү урындары булдырыуға аҡса тотоноу кәрәклеге бөтә.
Өҫтәүенә йәмәғәтселек урындарында законды боҙған өсөн яуаплылыҡ ҡаралған. Штраф суммаһы ла кеҫәне таҡырайтыуы ихтимал (1 мең һумдан 1500 һумға ҡәҙәр). Бәлиғ булмағандарға сигарет һатҡан сауҙа предприятиеларын административ яуаплылыҡҡа тарттырыу көтә — штраф күләме 80-90 мең һум самаһы. Продукцияны тартып алыу ихтималлығы ла бар. Һатыусы ла “өлөш”һөҙ ҡалмаясаҡ, законды боҙған өсөн кеҫәһенән 8-10 мең һум күләмендә штраф түләйәсәк.
Балалар өсөн тәғәйенләнгән майҙансыҡтарҙа, пляждарҙа көйрәтергә ғәҙәтләнгәндәргә лә көн бөтә. Йәмәғәтселек урындарында тартыуҙы тулыһынса тыйыу 2016 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә ашырыласаҡ. Тимәк, тәмәкеселәргә үҙенең һәм яҡындарының һаулығын ҡайғыртыу тураһында уйланырға ваҡыт етерлек. Ә сәләмәт тормош яҡлыларға сабырлыҡ менән ул көндәрҙе көтөп алырға тура киләсәк. Нисек кенә булмаһын, тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, рәсәйҙәрҙең 87 проценты тәмәке тартыуға ҡаршы законды яҡлай.
Яңы закондың донъя күреүенә ысын күңелдән һөйөнгәндәр бихисап. Ниһайәт, сәләмәтлекте бөтөрөүсе яуызға ҡаршы ысын мәғәнәһендә көрәш башланмаҡсы. Әммә иң яҡшы закондың да бер ниндәй һөҙөмтә бирмәүе ихтимал, сөнки һәр эште дөрөҫ ойоштора белеү мотлаҡ. Беренсенән, тәмәке тартыуға ҡаршы пропаганда өҙлөкһөҙ дауам итергә, ҡыҫҡа ғына социаль видеороликтар, плакаттар, лекциялар ярҙамында тәмәкенең сәләмәтлеккә зыяны хаҡында тулы мәғлүмәт бирелергә тейеш. Балаларға бәләкәйҙән үк ни өсөн насар ғәҙәттәр менән мауығыуҙың шәхси эш кенә түгеллеген, эскеһеҙ ҙә, наркотиктарһыҙ ҙа, төтөн һурмайынса ла күңелле, йөкмәткеле йәшәү мөмкинлеген аңлатыу мөһим. Законды боҙған өсөн яуаплылыҡты көсәйтеү маҡсатында штраф һалыу, халыҡтың мөрәжәғәттәрен ҡабул итеү һәм тикшереүгә ҡаты контроль булдырылғанда ғына ауыр “йөк”тө урынынан ҡуҙғата аласаҡбыҙ.
Йәштәрҙең аңына ошо хәҡиҡәтте һеңдерергә ине: “Тәмәке тартыу, эскелек һәм наркотиктар менән мауығыу — аҡыл һәм ихтыяр көсө етешмәү билдәһе. Бының менән килешмәгән кеше ҡәнәғәтлек кисереү өсөн үҙенең башын, бауырын, бөйөрөн аҡсаға һатып алған таяҡ менән төйгән әҙәмде аҡыллы тип иҫәпләйәсәк”.
Литвала тәмәке тартыуҙы сикләү тураһындағы закон ҡабул ителгәндән һуң халыҡ араһында асыу, ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһо уяныуы барыбыҙға ла билдәле. Әммә бер нисә айҙан һуң хәл ҡырҡа үҙгәрҙе, хатта ғүмер буйы төтөндә ыҫланған “стажлы” тәмәкеселәр ҙә закондың мөһимлеген таныны. Беҙҙең алда иҫ киткес ҙур эш тора: власть һәм йәмәғәтселек бөтә көстө ҡанундың үтәлешенә иғтибарҙы арттырырға тейеш. Барыбыҙҙың да битарафлыҡтан арыныуы кәрәк. Уҡыусыларға тәмәке һатҡан вайымһыҙ һатыусыларға, йәмәғәтселек урындарында, балалар майҙансыҡтарында көйрәткән ир-егеттәргә иҫкәртеү яһарға оялмағыҙ.


Вернуться назад