Рәхим итегеҙ!31.05.2013
— Әллеү! Был балалар баҡсаһынан. Мөдир. Зинһар өсөн, иртәгә сәғәт туғыҙға Гөлшатты баҡсаға алып килегеҙ. Өҫ-башы имен булһын инде. Былтыр, хәтерләйһегеҙме, бер матур шиғыр ятлатҡайнығыҙ. Шуныһын ҡабатлатығыҙ, тикшереүселәр алдында һөйләр. Яңы уйынсыҡтарын да алһын. Китап? Ниндәй китап? Әнә шулай тип теге юлы Юнир малайы атаһының тракторҙа йөрөргә өйрәткән китабын тотоп килеп, мине оятҡа ҡалдырғайны. Юҡ, китап кәрәкмәй. Уныһын үҙем табырмын. Өйҙә пластилиндан эшләнгән әйберҙәр юҡмы? Нисек, бала менән даими шөғөлләнергә кәрәк икәнен белмәйһегеҙме ни? Бер кемдең дә ваҡыты етмәй инде. Әммә бала һәр яҡтан аңлы, зирәк, сос булып үҫешергә тейеш.
Ә һүрәттәр? Гуаштан? Нисек? Гөлшат бәләкәйерәк түгелме ни гуашь менән шөғөлләнергә? Ә-ә-ә, талант тиһегеҙме? Ҡыҙыҡ. Бер ҙә һиҙелмәгән һымаҡ ине бит. Һуң, йөрөмәһәсе, булыр баланың йөҙөнә яҙылып ҡуя ул. Шиғырҙарҙы тасуири һөйләгәнен беләм, әммә һүрәт төшөрөү һәләтен хатта уйлай ҙа алмайым. Ялҡау ҙа һуң һеҙҙең бала. Яйлап ашай, әкрен һөйләшә... Етмәһә, матур йырлай тиһегеҙ? Китсе, ышанмайым. Минең ҡыҙым кеүек түгел инде барыбер. Беҙ бына ике йәшенән баҡсаға йөрөтөп тә, саҡ үҙе ашарға өйрәнеп килә әле. Юҡ, нишләп ялҡау булһын. Тәүбә, тигеҙ. Беҙ бит хореограф, логопед менән шөғөлләнәбеҙ. Рәсем төшөрөү, физкультура — улары мотлаҡ көн дә була. Эйе, барыһы ла үҙебеҙҙең балалар баҡсаһында.
Эй, онотоп торам, Гөлшатҡа тағы йоҡо, күнекмә кейемдәрен алығыҙ. Бысраҡ булһа ла ярай. Ышаныслыраҡ булыр. Был бала ысынлап баҡсаға йөрөй икән тип уйларҙар. Үҙегеҙ килеп, комиссия алдында беҙҙең хаҡта йылы һүҙҙәр әйтеп китергә онотмағыҙ. Ни тиһәң дә, һеҙҙең бала йөрөй булып һанала. Эйе, һаналмағандар ҙа байтаҡ. Ысынлап йөрөү-йөрөмәү мәсьәләһен комиссия үткәс ҡарарбыҙ. Гөлшатығыҙ үҙен нисек тота, һеҙ килеп яҡты йөҙ күрһәтә алаһығыҙмы әле, тигәндәй... Заманаһы шулай бит. Әнә, баяғы Юнирҙең өлкән ҡыҙы быйыл өсөнсө синыфта уҡый, беҙҙең баҡсаға ике аҙна йөрөп өлгөрҙө, шуға ла мәктәптә “бишле”гә генә өлгәшә. Һеҙгә нисә йәш әле? Биш ярым? Мәктәпкә тиклем ваҡыт бар икән. Өйҙә яңғыҙы ҡала тиһегеҙ? Эй, өйрәнеп тә бөткәндер инде, бахыр, ике йәшенән алып ултырғас. Ярай, ҡыйыу, үҙаллы бала булыуға яҡшы ул.
Һуң, вәғәҙә итһәк тә, күреп тораһығыҙ, быйыл ауыл Советы башлығының ейәне тыуҙы ла ҡуйҙы. Уны сиратҡа ҡуйҙыҡ. Юҡ шул, ул йөрөмәһә лә, урынына кеше балаһын йөрөтөргә ярамай. Улар бит “ҡояш”ҡа яҡын әҙәмдәр. Шунан теге ферма мөдире игеҙ балалы бисәгә өйләнгәс, уның балаларын алырға тура килде. Әнә, теге остағы Фәүҙәт быйыл мәгәзин асҡайны бит әле, ишеттегеҙме? Эйе, ундай кешенең балаларын бер һүҙһеҙ, сиратһыҙ алабыҙ. Һеҙ бит һаман һауынсы ғына. Ирегеҙ — Себерҙә. Йылына ике-өс кенә ҡайтып бәпес яһап китә лә, вәссәләм, тигәндәй. Ҡалғанына үҙегеҙ ыҙалайһығыҙ. Ҡайтһын, асһын әле машиналар йүнәтеү гаражын, шунда күҙ күрер... Заманаһы шулай. Ауыл ере булһа һуң? Бына шулай. Үпкәләш юҡ. Ярай, оҙағыраҡ һөйләшеп ташланым шикелле. Тағы малсы Зөфәрҙәргә, мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләгән Фираға шылтыратаһым бар. Уларҙың балалары кеше алдында күрһәтеүгә шул тиклем шәп. Берәүһе өс кенә йәшлек булһа ла йылғыр, белмәгәне юҡ. Икенсеһенеке матур йырлай.
Һеҙ, зинһар, минең үтенесте кире ҡаҡмағыҙ инде, йәме. Ни тиһәң дә, һеҙ йөрөй булып һаналаһығыҙ балалар баҡсаһына. Районда беҙҙеке кеүек киң профилле баҡса берәү генә ул! Ярар, күрешкәнгә тиклем. Эйе, пока!


Вернуться назад