Әҙиптәр хаҡында мәҙәктәр31.05.2013
Өс монгол

Монголиянан ике әҙип Өфөгә килә. Уларҙы баш ҡалаға яҡын районға уҡыусылар менән осрашыуға алып баралар. Ҡунаҡтарҙы билдәле шағир Сафуан Әлибай оҙатып йөрөй. Райкомда уларҙы икмәк-тоҙ менән ихлас ҡаршы алалар. Араларынан кемдер:
— Беҙгә ике монгол килә тип әйткәйнеләр, былар өсәү ҙә инде, — ти.

“Талаштырмайым”

Драматург Сөләймән Латипов тыуған ауылы тип ике ауылды атай.
— Нисек инде улай? — тип ғәжәпләнә ҡәләмдәштәре.
— Мин беренсеһендә тыуғанмын, икенсеһендә үҫкәнмен, хәҙер икеһендә лә мине бүлешә алмай зыҡ ҡубалар. Уларҙы талаштырмайым тим инде, — ти драматург.

Ручкаһы йәл

Бер төркөм әҙип Яңауыл ҡалаһына әҙәби осрашыуҙарға килә. Шағир Н. әллә автобуста, әллә ҡайҙалыр портфелен, курткаһын онотоп ҡалдыра. Яҙыусы Мансаф Ғиләжев быны дуҫтарса шелтәләй.
— Әллә нишләп иҫеңде йотоп йөрөйһөң!
Н. ҡулын ғына һелтәй:
— Эй, портфеле портфель уның. Бына эсендәге ҡатын биреп ебәргән ручкаһы йәл.

А-ға башлана

Бер нисә яҙыусы районға осрашыуға барырға була. Н. уларҙың башлығы итеп билдәләнә. Аэропортта кассаға етеүгә, ул ҡайҙа барасағын онота ла ҡуя. Кассир ҡыҙҙың:
— Ҡайҙа? — тип һорауына ул:
— А-ға башлана, — тип яуаплай.
— Аҡъярғамы әллә?
— Эйе, эйе, Аҡъярға.
Самолетта гөжләтеп килеп төшә былар Аҡъярға. Әммә ни ғәләмәт: ҡаршы алыусы әҙәм заты юҡ. Райкомда ла, беҙгә һеҙҙең турала бер нәмә әйтмәнеләр, тиҙәр. Аптырағас, Өфөгә шылтыраталар. Трубканы Яҙыусылар союзы идараһының ул ваҡыттағы рәйесе Әсғәт Мирзаһитов ала.
— Юҡты һөйләмәгеҙ, унда бөтәһе һеҙҙе баш та күҙ көтә, — ти ул.
— Юҡ, бында бер кем юҡ!
— Әле һеҙ ҡайҙа һуң?
— Аҡъярҙа!
— Ахмаҡтар! — Трубканың теге осонда Мирзаһитовтың зәһәр тауышы ишетелә. — Һеҙҙе бит Асҡарҙа көтәләр!

Батырайған

Йыйылышта Ғәйнан Әмири бик ярһып сығыш яһай. Түрәләргә һүҙ тейҙереүҙән дә ҡурҡмай — бөтә етешһеҙлектәрҙе асып һала. Тәнәфестә ул, салбарын күтәрә биреп:
— Хәҙер мин пенсияға сығып алдым инде, береһенән дә ҡурҡмайым, иркенләп әтәсләнергә була! — ти.


Вернуться назад