Туй тураһында уй31.05.2013
1. Туйға ҡәҙәр
Һандуғаслы бер төн. Ай яҡтыһы.
Ай нурына донъя ҡойона.
Егет ҡыҙын көтә. Ҡыҙы килгәс,
Донъя ожмах булып тойола.
Егет егет була тиме икән –
Хатта үбешергә иренгән?
Хистәр йәйә кеүек кирелгәндәр,
Бал тәмдәре килә ирендән.
Тел осонан балдай һүҙҙәр тама:
“Иркәм!”, “Бәғрем!” һәм дә башҡалар…
Бер-береһенә ҡайнар ҡарашталар –
Икеһе лә әле “баш” улар.
“Буйҙарың да зифа, уйҙарың да,
Һинән сибәр бүтән юҡтыр ул!” –
Егет әйтә икән, бик ныҡтыр ул,
Егет һүҙе – атҡан уҡтыр ул.
Бүләк итә егет алтын тауҙар,
Йондоҙҙарҙың һайлай яҡтыһын,
Табып булмаҫ кеүек бар донъяла
Ошо егеттән дә яҡшыһын.
Донъя емерелгән кеүек була,
Бер көн күрешалмай торһалар.
Бер көн – нимә?! Күңелдәре төшә
Әгәр башты ситкә борһалар.
Килә бер көн. Егет, тәүәккәлләп,
Ҡыҙҙың аяғына йығыла.
“Һөйәһеңме?” – “Һөйәм!” – хистәр таша,
Ҡыҙ күҙенә йәштәр тығыла…

2. Туйҙан һуң
Һандуғаслы бер төн. Ай яҡтыһы.
Ай нурына донъя ҡойона.
Ҡатын ирен көтә, йәш ҡойола,
Донъя йәһәннәмдәй тойола.
Ир ир була тиме, бер “ярты”ны
Өскә бүлешергә иренгән?
…Хистәр йәйә кеүек кирелгәндәр,
Уңманы ла ҡатын иренән!
Ауа-түнә ҡайтып килә ире,
Көскә ишек шаҡый – ул бикле.
Ялына ир төнгө өскә тиклем –
Ишек асылыуы бик шикле.
Ул асыла, хәлһеҙ ир ҡатындың
Килеп аяғына йығыла.
Хәл һорау юҡ, ҡатын тиҙерәк уның
Салбар кеҫәһенә тығыла.
Тел осонан боҙҙай һүҙҙәр тама:
“Йүнһеҙ!”, “Ишәк!” һәм дә башҡалар.
Бер-береһенә ҡаты ҡарашталар,
Икеһе лә - саҡма таш улар…

***
Көтәһегеҙҙер һеҙ был шиғырҙың
Ниндәй фекер менән бөтөрөн.
Ауыҙ асҡас, әйтеп бөтөрәйем,
Бына ниндәй минең фекерем:
Ник өйләндем икән, уф, Аллам, тип,
Эй, йәш кешем, уйлап ҡуйма һин.
Туйға тиклем шулай булһа-булһын,
Тик туйҙан һуң улай булмаһын!
Амин!


Вернуться назад