“Хәҙер, әҙерәк ултыра бирһәк, берәй ижади фекер килер башҡа”, — тип күңелгә өмөт осҡоно һала торғайны Ҡол-Дәүләт күмәкләшеп берәй нәмә тураһында баш ватҡанда. Ә ундай мәлдәр беҙҙең йәш саҡтарҙа йыш була торғайны. Үҙ-үҙенә ныҡлап ышанып етмәгәнгәме, йәш кешеләр һәр эште бергәләп башҡарыуҙы хуп күрә торғандыр. Ихласлыҡ та күберәк булалыр йәштәрҙә. Хәҙер генә ул, нимәгә тотонһаң да, тотошлай эшләп бөтмәйенсә хатта дуҫыңа һөйләргә лә шикләнеңкерәп йөрөйһөң.
Уның “Китап” нәшриәтендәге эш бүлмәһенән бер ҡасан да кеше өҙөлмәне. Эш менән дә, былай ғына ла килеп сығалар, яртышар көн шунда оҙайлы әңгәмә ҡороп ултыралар. Шундай шарттарҙа ҡайһы бер йәштәрҙең әштер-өштөр генә әҙерләп тапшырылған ҡулъяҙмаларын рәткә килтереп ултырырға ҡайҙан түҙемлек тапҡандыр, тип әле лә аптырап ҡуям. Һин тотош китапты мөхәррирләп, юҡтан кәнфит эшләп, оҙайлы әҫәрҙә эҙмә-эҙлеклелекте һаҡларға тырышып, тотош һөйләмдәрҙе үҙгәртеп яҙып ултыр, ә шул уҡ ваҡытта был яғыңда кемдер юғары шиғриәт тураһында ҡыҙып-ҡыҙып һөйләй, ә теге яҡта икәү өсөнсөнө тикшерә... Өҫтәүенә бүлмәгә балта элерлек булып төтөн тулған, ә Ҡол-Дәүләттең үпкәһе лә берәү генә әле!
Үпкә тигәндән, үҙенең был сирен дә шаяртыуға бора белә торғайны ул. Бер тапҡыр дауаханаға барып, йөрәген тикшерткән был. Рентгенға төшөрткән инде. Пленканы ҡараған табип әйтә икән Рәмилгә: ”Ағай, һеҙҙең бер үпкәгеҙ юҡ икән, шуға ла йөрәгегеҙ әҙерәк уңға күскән. Бына, күкрәгегеҙҙең уртаһында уҡ тора...” Аптырап ҡалмаған Рәмил, яуап тапҡан: “Һо, улай булғас, мине үлтерәм тип йөрәгемә атһалар, пуля буш ерҙән үтә лә китә инде!” Күмәкләшеп көлөштөк ул был турала һөйләгәндә. Ә шулай ҙа һәр беребеҙҙең уйында уның “Быума” поэмаһы булғандыр.
Сатай-ботай яҙылған ҡулъяҙмаларын уҡырға биргәндә мин уға: ”Һинең яҙмаларың Пушкиндыҡынан һис тә кәм түгел, әй”, — тип әйткәйнем бер мәл. Ҡайҙалыр күргән бар ине: Пушкиндың тотош сыймаҡланып бөткән бер битлек ҡулъяҙмаһын “таҙартып” аҡҡа күсерһәң, дүрт юллыҡ ҡына шиғыр килеп сыға. Рәмил Ҡол-Дәүләттең дә холҡо шулай ине – ул яҙған шиғырын ҡат-ҡат төҙәтә, берәүһенең әллә нисәмә варианты булыуы ихтимал. Шул уҡ ваҡытта уның яҙышып ултырған мәлен бер ҡасан да күргәнем булманы. Башта башында йөрөтә лә, унан кеҫәһендәге ҡәләме менән кескәй генә ҡағыҙын сығарып, тиҙ генә яҙып ҡуя, күрәһең.
Хәҙер эшләгән урыным Туҡай урамына яҡын ғына булғас, мин төш ваҡытында урамға сығам да шул яҡта йөрөп киләм. Һәм шунда күңелдә Рәмилдең студент йылдарында уҡ яҙған яңғырау юлдары сыңлап китә: ”Туҡай урамында илаһи мәл!..” Йылдар үткән һайын күңелдәрҙә илаһилыҡ, ихласлыҡ өлгөһө булып яңырып тик тораһың һин, Шағир дуҫым...
Аҙашҡандыр, тиеп уйламағыҙ —
Офоҡтарға китеп юғалһам... ***
Әлдә, әсәй, иртә киттең әле...
(Яман уйҙан түгел был һүҙем.)
Замананың боҙолғанын күреп,
Китерҙәй ҙә булам мин үҙем...
Үҙ атаһын улы һис танымай,
Үҙ әсәһен ҡыҙы һанламай.
Бер телемгә берәү тилмергәндә,
Икенсенең һыйы — бал да май.
Беләм, әсәй, күпте
күргән башың
Аптырамаҫ бындай хәлдәргә.
Балаларың ни ҡылғанын
күрһәң...
Телем бармай һис тә һөйләргә.
Һигеҙебеҙ һигеҙ төҫкә индек,
Боҙолоштоҡ, әсәй, һин киткәс.
Аҡланырға һис бер
һүҙҙәр етмәҫ,
Аңлатырға быны аң етмәҫ.
Һин тотҡаһы инең
донъябыҙҙың —
Иман, именлектең аллаһы.
Бүлендек тә, беҙ бөлөнөп
бөттөк,
Бүлә алмай бөртөк алманы...
Был замандың аҫты өҫкә килде,
Китте мәллә уның “әсә”һе?..
Туғандарым, тупланайыҡ
тағы —
Һүҙҙәрем күп һеҙгә әйтәһе.
Башҡорт ере
Сал дала ла армыт-армыт
тауҙар —
Төйәк кенә ере башҡорттоң.
Төн йоҡомдо бүлеп уяттың да
Йөрәгемде ниңә ярһыттың?
Ашҡынһам да, оҙаҡ йөрөй
алмам,
(Үкенермен үҙем һуңынан.)
Форсат тейгән саҡта
үтәйемсе
Атайҙарҙың данлы юлынан.
Эйәрләп тә алып Аҡбуҙатты,
Күк тауҙарға ҡарай юл алам.
Аҙашҡандыр, тиеп
уйламағыҙ —
Офоҡтарға китеп юғалһам.
Мин аҙашмам хәтәр
дауылда ла —
Был ерҙәрҙән бабам йөрөгән.
Ҡыйыулығы тоғро юлдаш
булһа,
Юл маяғы булған Етегән.
...Уйһыу ғына ерҙең
ҡош-таштарын
Уя баҫып елә Аҡбуҙат.
Ярһыу хистәремде тыя алмай,
Дәртләнеп тә китеп
йыр һуҙам:
“Ай, тау ғына яҡшы,
тау яҡшы,
Тау яғалап үткән юл яҡшы;
Алтын менән көмөш
сыҡҡан ерҙән
Тыуып ҡына үҫкән ил яҡшы...”
...Сал дала ла
армыт-армыт тауҙар —
Төйәк кенә ере башҡорттоң,
Төн йоҡомдо бүлеп уяттың да
Йөрәгемде тағы ярһыттың.