Мәҙәни бәйләнеш кенә түгел30.05.2013
Мәҙәни бәйләнеш  кенә түгелМәҙәни бәйләнеш  кенә түгелБөгөн Сыуашстанда Башҡортостан мәҙәниәте көндәре асыла. Ул ике көн барасаҡ.

Сараларҙың программаһы ифрат бай. Уға ярашлы күргәҙмәләр, концерттар үтә, спектаклдәр күрһәтелә, яҙыусылар менән осрашыуҙар булыуы көтөлә. Беҙҙән Сыуашстанға йәмғеһе 220 ижади хеҙмәткәр юлланды. Араларында сыуаштарға яҡшы таныш “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбле, “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө, “Контраст” өлгөлө йыр һәм бейеү ансамбле бар. Делегация составына халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаттары Дилара Иҙрисова, Екатерина Ямщикова һәм ҡурайҙа оҫта уйнаған Марсель Сәйетов та ингән. Әйткәндәй, сыуаштарҙың күпселеге тап ҡурай моңон ишетергә теләк белдергән икән.
Башҡортостан мәҙәниәте көндәрендә республикабыҙҙың билдәле яҙыусылары ла ҡатнаша. Милли китапханала Башҡортостан Яҙыусылар союзы менән Сыуашстандың Профессиональ яҙыусылар союзы ағзалары осрашасаҡ. Күргәҙмә ваҡытында сыуаштар театр фойеһында ысын башҡорт тирмәһе менән таныша ала.
Әйткәндәй, ошондай уҡ мәҙәниәт көндәре былтыр Башҡортостанда ла ойошторолдо. Сыуашстандан ҙур делегация килгәйне, ул Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларында һәм сыуаштар күпләп йәшәгән райондарҙа ҡунаҡта булды.
Сыуашстандың мәҙәниәт, милли эштәр һәм архив эше министры Вадим Ефимов әйтеүенсә, был сараларҙың маҡсаты ижади коллективтарҙың тәжрибә уртаҡлашыуы ғына түгел. Ул — башҡорттар менән сыуаштар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртыуға ҙур аҙым. Сыуашстанда башҡорттар күп түгел, ә бына Башҡортостанда 117 мең сыуаш йәшәй.


Вернуться назад