Халыҡ ижадына нигеҙләнгән30.05.2013
Рәсәй, Салауат Юлаев һәм Өфө ҡалаһы көндәрен байрам иткән осорҙа — 12 июндә — Республика урыҫ академия драма театры алдындағы сәхнәлә “Берҙәмлек” халыҡ-ара фестиваленең гала-концерты уҙғарыла.
Был фестиваль — Башҡортостан ғына түгел, тотош Рәсәй өсөн әһәмиәтле сараларҙың береһе. Ул халыҡ ижадын, декоратив-ҡулланма сәнғәтте, кәсептәрҙе танытыуға, үҙебеҙҙәге һәм сит илдәрҙәге коллективтар араһында ныҡлы ижади бәйләнештәр булдырыуға, Башҡортостан, Рәсәй һәм сит дәүләттәрҙең милли мәҙәниәтенә, йолаларына ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыуға, яңы фестивалдәр, мәҙәни үҙәктәр һәм программалар тураһында мәғлүмәт алмашыуға йүнәлтелә.
“Берҙәмлек” Башҡортостанда уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдары башынан үткәрелә. Быйыл байрам 8–12 июндә Ғафури районында, Өфө, Ишембай, Салауат, Күмертау ҡалаларында ойошторола.