Айым да бар, ҡояшым да...29.05.2013
Икәүләшеп үткәйнек беҙ
Ысыҡ төшкән болондан.
Ай эләккән,
Сыға алмай
Һинең ҡуйы толомдан.

Тыпырсынған балыҡмы ни,
Ысҡынмай шул йылымдан, —
Ҡояш ҡапҡан,
Сыға алмай
Һинең ялбыр толомдан.

Сәстәреңдә ялҡын яна,
Сәсрәй бит осҡоно.
Ниңә тейҙем толомоңа,
Ҡояш китте ысҡынып,
Ай ҙа китте ысҡынып.

Үтте ғүмер,
Үтте ғүмер,
Ҡыҙым да бар, улым да.
Айым да бар, ҡояшым да,
Толомоң юҡ ҡулымда.

Уттар һүнмәҫ

Рәми Ғарипов, Ким Әхмәтйәнов, Әнүр Вахитов, Миәссәр Басыров, Вафа Әхмәҙиевтәрҙе һағынып

Яҡты эҙҙәрегеҙ ҡалды,
Йәшәнегеҙ мән белеп.
Киттегеҙ һеҙ,
Тауҙар ҡалды,
Тауҙар ғына мәңгелек.
Йөрәгегеҙ дөрләп ҡалды,
Дөрләп янған уттарҙай.
Яуыр кеүек инек бергә,
Таралдыҡ болоттарҙай.
Күкрәп яуыр кеүек инек,
Күкрәк ине күк арҡа.
Хәҙер бары тупрағыма
Йыһан йәштәре һарҡа.
Ҡайғы дауылы һуғылды
Йөрәгемде ярғансы.
Мәңге һеҙҙе юҡһынырмын
Янығыҙға барғансы.
Сабырлыҡтарым һынды шул,
Ауыр булһа ла түҙәм.
Намыҫ, тиеп алыштығыҙ,
Һеҙ — юғары,
Мин — түбән...
Ҡайғы йәшене һуғылды
Йөрәгемде ярғансы.
Мәңге һеҙҙе юҡһынырмын,
Янығыҙға барғансы.
Ҡабарған саҡ

Әй сабый саҡ иртәһе,
Яҙҙарҙың да иркәһе.
Ерле юҡҡа ҡабарған мәл —
Һыу күтәрмәй һеркәһе.
Апаҡайым үҫкәйне,
Еләк һымаҡ бешкәйне.
Толомон ел ишкәйне лә
Теҙҙәренә төшкәйне.
Ҡаш аҫтынан шуҡ егеттәр,
Әй, мине күҙәтәләр.
— Апайыңды миңә бир! — тип,
Туҡтауһыҙ йөҙәтәләр.
Бер генә ҡат әйтәләрме,
Бер һүҙҙе йөҙ әйтәләр:
— Апайыңды миңә бир! — тип,
Өҙлөкһөҙ йөҙәтәләр.
— Тынырҙар, — тим, —
шаярыуҙың
Инде бер сиге булһа.
Сығып ҡына китер инем,
Ғаләм ишеге булһа.
Үттеме ни берәй кисем,
Берәй кисем һыҡтауһыҙ.
— Апайыңды миңә бир! — тип,
Йөҙәтәләр туҡтауһыҙ.
Хатта, ана, йәше үткән
Миңлеәхмәт алаша:
— Апайыңды миңә бир! — тип,
Оялмай ҡырталаша.
Әкрәм, Шакир, Сәмиғулла,
Әй буйынан Мөнәбир,
Иңдән, итәктән тарталар:
— Апайыңды миңә бир!
Шуҡ ағайҙарҙың күптәре
Был донъяла юҡ икән.
Тауыштары күкте телә,
Йөрәккәйем ут икән:
— Апайыңды миңә бир!
— Апайыңды миңә бир!
Хәҙер таңдар моңһоуыраҡ,
Ҡырыҫыраҡ иртәләр.
— Апайыңды бир! —
тип тормай,
Алалар ҙа китәләр.
Дауылдары әрһеҙерәк,
Тиҙ уңала уҡалар.
Тарталар ҙа йолҡалар.
Әй сабый саҡ иртәһе,
Елдәрҙең дә иркәһе.
Юҡҡа ғына ҡылтайған мәл,
Һыу күтәрмәй һеркәһе.
Яуҙа ҡалған ағайҙарҙың
Исеме төшмәй телдән.
— Апайыңды миңә бир! — тип,
Бер кем дә тартмай еңдән.
Ҡәһәр һуғыш,
Һыуҙай аҡты
Яп-яҡты өмөттәрем.
Ә апайым бер яңғыҙы —
Көтә ул егеттәрен,
Һаман да егеттәрен...


Вернуться назад