Игенсе йолаларына тоғро ҡалып28.05.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 2013 йылда республикала “Һабантуй” халыҡ байрамын үткәреү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

Республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан Хөкүмәтенә район хакимиәттәре менән берлектә байрамды ойоштороуҙы тәьмин итергә ҡушылған. Һаулыҡ һаҡлау министрлығына байрам саралары уҙғарылған ерҙә медицина хеҙмәткәрҙәренең дежурлығын ойоштороу, республика буйынса Эске эштәр министрлығы менән Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы баш идаралығына йәмәғәт тәртибен һаҡлау, юл хәрәкәте һәм янғын хәүефһеҙлеге сараларын тәьмин итеү бурысы йөкмәтелгән.


Вернуться назад