Һиҫкәндереп ойоп барған йәнде21.12.2011
* * *
Һиҫкәндереп ойоп барған йәнде
Өтөп алды миҙгел сасҡауы.
Баш әйләнде сағыу ҡояштан да,
Бөтә донъя барҙы хас ауып.

Яйлап ҡына түгел, боҙҙары ла
Аҡтарылды һыймай ярына.
Әйтерһең дә, йылға хатта үҙе
Бер йәшерен серҙән арына.

Бөрөләр ҙә иркәләнеп түгел,
Салт ҡояшҡа шартлап асылды.
Бар ғәләмгә һыймаҫ кеүек хистәр,
Тыйып булмаҫ кеүек ҡар-һыуҙы.

Ҡайын тәңкәләре араһына
Күңелдәген һирпер ел тулыр.
Әй, тәрән хис, ярһыу яҙҙарҙа ла
Йәшәмәнең ниңә сер булып?

Лариса Абдуллина


Вернуться назад