Һәр ғаилә — бәләкәй дәүләт28.05.2013
Һәр ғаилә — бәләкәй дәүләтХалыҡ-ара ғаилә көнө айҡанлы Өфөлә бик күп сара ойошторолдо. Сипайлово биҫтәһендәге 32-се балалар баҡсаһында ла матур кисә үтте. Йыл ярым элек асылған учреждениеның тын алышын белеү маҡсатында шунда юлланғайныҡ.

Тупһа аша атлағас, үҙемде бәхетле бала саҡ иленә эләккәндәй тойҙом. Матур итеп биҙәлгән залда “Атай, әсәй, мин — бәхетле ғаилә” конкурсы башланып тора ине. Унда дүрт ғаилә — Гуло (өс ҡыҙ үҫтерәләр), Шиһаповтар (ике ҡыҙ, бер ул), Песковтар (ике ҡыҙ) һәм Яппаровтар (бер ул һәм бер ҡыҙ) ҡатнашты. Бәйгеләрҙә уларҙың етеҙлеге генә түгел, берҙәмлеге, һәләте, белеме лә сағылды. Айырыуса Алһыу менән Рәмил Яппаровтарҙың ғаиләһе оҡшаны. Улар икеһе лә медицина өлкәһендә эшләй, Камила һәм Арсен исемле балалар үҫтерәләр.
“Ә һеҙҙең ғаиләлә ниндәй мөхит хөкөм һөрә?” тигән һорау яңғырағас, бәйгеселәр хәрефтәрҙән “мөхәббәт”, “дуҫлыҡ”, “татыулыҡ”, “шатлыҡ” һүҙҙәрен йыйҙы. Конкурстың башынан аҙағынаса командалар көслө алҡыштарға һәм дәртләндереү ауаздарына күмелде. Кескәй артистарҙың музыкаль сығышы кисәгә йәм өҫтәне. Сара һуңында ҡатнашыусылар бәхетле ғаилә символы булған усаҡты ҡабыҙҙы.
— Ғаилә тигән бәләкәй генә дәүләттең именлегенә бөтә йәмғиәттең киләсәге бәйле булыуы бер кемгә лә сер түгел. Шуға ла уны нығытыуға ҙур иғтибар бирәбеҙ, ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Башланғыстарыбыҙҙы хуплап, һәр эшебеҙгә дөрөҫ баһа биреп торғандары өсөн Октябрь районының мәғариф идаралығы етәксеһе Ольга Нуштакинаға, башланғыс белем биреү буйынса инспектор Рәмилә Козинаға айырыуса рәхмәтебеҙҙе еткергебеҙ килә, — тине 32-се балалар баҡсаһы мөдире Светлана Иванова.
Атай-әсәйҙәр төрлө ярыштарҙа ҡатнашырға ла, тәбиғәт ҡосағында ял ойошторорға ла, мәҙәниәт усаҡтарына йөрөргә лә ваҡыт таба. Балаларының сәләмәтлеге, бәхетле киләсәге өсөн барыһын да эшләргә әҙер улар.


Вернуться назад