Сарсатып та килгән йәшел майҙың21.12.2011
* * *
Сарсатып та килгән йәшел майҙың
Үтә танһыҡ икән эҫеһе.
Күбекләнгән анау болоттарҙы
Айран итеп кенә эсәһе.

Үләндәрҙең асыҡ ҡына төҫө
Бесәнлекте иҫкә төшөрә.
Япраҡ ярған ҡайын ҡайһы ара,
Һырғалары инде өлгөрә.

Ыуыҙ ғына сағы тәбиғәттең —
Йәндәремә яҡын һәр мәле.
Әллә зарыҡтырып килгәнгәме —
Яҙ күҙҙәре быйыл һөрмәле.

Лариса Абдуллина


Вернуться назад