Уҡыйҙармы һине, китап?25.05.2013
Борсоған һорауыма яуап эҙләп, төйәк иткән ҡаламдың Абдулҡадир Инан исемендәге башҡорт-татар китапханаһына йүнәлдем.

Һүҙ ыңғайында әйтеп китәйем, был йорт уҡыусыларына ишектәрен тәү тапҡыр үткән быуаттың 60-сы йылдарында балалар өсөн аса. 1996-ла Абдулҡадир Инан исеме бирелә, ә бер йылдан башҡорт-татар китапханаһы булараҡ эшләй башлай. Зәки Вәлиди көрәштәшенең рухы осраҡлы берекмәгән уға. 1919 йылда Башҡортостандың ул саҡтағы баш ҡалаһы Стәрлетамаҡҡа Петроград ҡала советы бүләк иткән тел һәм тарих буйынса «белем шишмәләре»н алып ҡайта билдәле ғалим-яҙыусы. Башҡорт ғилми китаптар фонды булдырыуға күп көс һалған Абдулҡадир Инанды, китап, ғилем тип йөрәге янған олуғ шәхесте, исемен мәңгеләштереп, бына шулай хөрмәтләйҙәр.
– Бөгөнгө көндә китапханала йәмғеһе 50 меңләп китап, гәзит-журнал һаҡлана. Йылына 4 меңдән ашыу яңы уҡыусы килә, — тине китапхана мөдире Нәзифә Иҫәнхужина. — Быны маҡтаныр өсөн әйтмәйем, электрон донъя нисек кенә алға китмәһен, уҡыусы, эҙләнеүсе китапханаға мохтаж тимәксемен. Шулай булғас, китаптар ҙа, уны бергә туплаусы йорттар ҙа йәшәргә хаҡлы. Бер ауылда китапхананы ябып, уға тейеш аҡсаға клубҡа янғынға ҡаршы көрәшеү өсөн ҡорамалдар һатып алғандар, тип уҡып ултырҙым кисә генә. Сығымдарҙы ҡыҫҡартып иҡтисад үҫешенең күрһәткесен күтәреүе еңел.
Шулай ҙа ҡайғырып ултырмайбыҙ. Йылына 900 китап ҡайта, милли матбуғаттың һәммәһенә лә яҙылыу мөмкинлеге бар, эш хаҡы алабыҙ икән, хәлдәребеҙ насар түгел.
Артабан да уҡыусыларығыҙ һәм китаптарығыҙ артһын, тип уңыштар теләргә генә ҡалалыр бындай яуапҡа.


Вернуться назад