Өфөләрҙә минең өсөн21.12.2011
* * *
Өфөләрҙә минең өсөн —
Ут яна.
Күгендәге йондоҙҙарҙан
Моң тама.
Шиғырымды элеп киттем
Йүкәгә.
Назар ағай алмаҫ әле
Үпкәгә.
Тубырлап та шыршыларҙан
Һүҙ төшөр.
Барын хисем шиғырҙарҙа
Өләшер.
Иләҫләнеп тойғо бүлер
Ҡайындар.
Өфө һүҙен көйләр төҫлө
Бар моңдар.
Мин күперҙәр аша сыҡтым
Өфөмә.
Мең-мең утлы ҡала инде
Төшөмә.
Мең-мең уттың бере булып
Ҡабындым.
Ҡалалағы былбыл ҡоштай
Табылдым.

Лариса Абдуллина


Вернуться назад