Тамашасы һөйөүе һүнмәҫ25.05.2013
Тамашасы һөйөүе һүнмәҫ“Театр – зауыҡлыларҙың, фекерҙәштәрҙең байрамса осрашыу майҙаны, күңел бөтәйтеп ҡайтыр урын”, — ти Ғайса Хөсәйенов. Ысынлап та, Салауат башҡорт дәүләт драма театры ҡала башҡорттарының ғына түгел, башҡа милләт вәкилдәренең дә донъя мәшәҡәттәренән арынып, ял итер, фәһем алыр, рух байытыр мәҙәни усағына әүерелгән. Уны республикабыҙҙа ла, илебеҙҙең башҡа төбәктәрендә лә беләләр, яраталар. Театрҙың 80 йыллыҡ юбилей тантанаһы сәнғәт һөйөүсе салауаттарҙың һәм ҡала ҡунаҡтарының йөрәк йылыһын һыйҙырған, тамашасы һөйөүенең мәңгелек икәнен иҫбатлаған күркәм сара булды.

Байрам абруйлы ҡунаҡтарҙы “Юрматы ере” мемориаль комплексында ҡаршылауҙан башланды. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә сәскә һалғандан һуң, Салауат ҡалаһы менән танышыу Картиналар галереяһында дауам итте. Унда театрҙың тарихын сағылдырған күргәҙмә асылды.
Артабан ҡунаҡтар митингта ҡатнашты. Сара һуғыш йылдарында театрҙы һаҡлап алып ҡалған ете ҡыҙ – Зәкиә Әхмәрова, Ғәзизә Насирова, Шәрифә Мөхәмәҙиева, Гөлсөм Мирғәсимова, Нәҡиә Алтынбәкова, Айһылыу Ғәниева һәм Нәғимә Дәүләтшина – иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асыуға бағышланғайны. Ир-егет яуға китеп бөткәс, ҡыҙҙар аслыҡ-яланғаслыҡҡа ҡарап тормай, ирҙәр ролен үҙҙәре уйнап, гастролдәрҙә йөрөй, ауыр йылдарҙа, халыҡтың күңелен күтәреп, рухи көс биреп, театрҙы ябылыуҙан һаҡлап ҡала. Был тарих Нәжиб Асанбаевтың “Ете ҡыҙ” спектаклендә һүрәтләнә.
Артабан юбилейға арналған тантаналы сара театр сәхнәһендә дауам итте.
— Салауат башҡорт дәүләт драма театры — ҡалабыҙҙың ғына түгел, республикабыҙҙың һәм халҡыбыҙҙың мәҙәни ҡаҙанышы, сәнғәтебеҙҙең йөҙөк ҡашы, – тине ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Дилбәр Мостафина. Ул Салауат башҡорт дәүләт драма театрына ҡиммәтле бүләк, ә директор Наилә Сәфәрғоловаға һәм бер төркөм артисҡа Салауат ҡалаһы хакимиәтенең маҡтау грамоталарын тапшырҙы.
— Бөгөнгө байрам — салауаттарҙыҡы ғына түгел, тотош республикабыҙҙағы, башҡа төбәктәрҙәге милләттәштәрҙең дә шатлығы. Сираттағы изге эшегеҙ – мәрхүмдәрҙең исемен мәңгеләштереү менән һеҙ Хоҙай алдында ҙур сауап алдығыҙ. Был Салауат театрының киләсәктәге уңыштарына фатиха булыр, — тине Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Эльвира Юнысова.
Мәҙәниәт министры урынбаҫары Шамил Абдраҡов ялҡынлы ҡотлау һүҙҙәренән һуң шатлыҡлы хәбәр еткерҙе. Башҡортостан Республикаһы Президенты Указы менән артист Фәтих Ҡолһаринға — “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы”, ә театрҙың рәссамы Альберт Нестеровҡа “Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре” тигән маҡтаулы исем бирелеүен артистар ҙа, тамашасылар ҙа оло ҡыуаныс менән ҡабул итте. Артабан Шамил Наил улы Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Салауат башҡорт дәүләт драма театры — республикабыҙҙа билдәле һәм абруй ҡаҙанған сәнғәт усағы. Уны юбилейы менән ҡотларға театр башланғыс алған Ауырғазы районы вәкилдәре, Башҡортостандың барлыҡ театрҙарынан коллегалары, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре килгәйне. Ҡаланың “Салауат” гәзите ойошторған “Театр кешеһе” проекты еңеүсеһе лә билдәләнде. Тамашасылар һәм гәзит уҡыусылар быйыл иң күп тауышты йәш артист Рафаэль Ғәйнуллинға биргән.
Бына кисәнең иң тулҡынландырғыс минуттары етте – театр тарихында 20-се тапҡыр “Йыл актеры” билдәләнде. Быйыл был маҡтаулы премияға бер генә түгел, дүрт актер лайыҡ булды. Туфан Миңнуллиндың “Әллә яҙмыш, әллә яңылыш” пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклдәге образдар өсөн Нәүфилә Яҡупова, Наҙгөл Иҫәнбаева, Риф Мусин һәм Фәтих Ҡолһаринды оло уңыштары менән Башҡортостан Республикаһының Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе Әхтәм Абушахманов ҡотланы.
Сәхнә түрендәге символика иһә (80+йөрәк=мәңгелек) Салауат башҡорт дәүләт драма театрының үлемһеҙ ижадының һәм уға булған тамашасы һөйөүенең һүнмәҫ булырына ишара.


Вернуться назад