Йәй21.12.2011
Матурлыҡҡа күҙҙәр тиҙ өйрәнә,
Йәшел төҫтө ҡараш үҙһенә.
Сағыу йәйҙең һәр бер биҙәгендә
Иркәләнә кеүек күҙгенәм.
Хыялдары яҙлыҡтырыр мәлдәр —
Офоҡтарҙа ҡараш аҙаша.
Танһыҡ булмаҫ ине был миҙгелем
Мин килмәһәм көҙ, ҡыш, яҙ аша.
Күктәремдең төпһөҙ зәңгәрлеген
Айҡап булыр микән уйымда.
Бөгөн шундай мин бәләкәй кеүек,
Кисә етә ине буйым да.
Йәшел генә ошо ағастарҙың
Үтһәң икән һыйпап башынан.
Ә көндәрем сәскә кеүек һулый,
Хисләнергә шунда ашығам.
Бесән еҫен уртлап алып китәм,
Урлап алып китәм ҡалаға.
Илһамыма тулған мәлдәремде
Хәтерләтер әле ялағай.
Еләктәрҙе өҙөп алырғамы
Иҫтәлеге итеп йәйҙәрҙең.
Һәр һулышым тынды ярып инә,
Әллә микән үҙем үҙгәрҙем.
Лариса Абдуллина