Алтын улдарыма21.12.2011
Ҡаты итеп әйттең бит ә, улым,
Һиҫкәндерә белдең әсәңде.
Бала телендәге мәғәнәләр
Беҙҙе тетрәндерер өсөндөр.
Ҡайҙан килә һиңә ундай уйҙар?
Кемдәр һине шулай эшкәртә?
Күтәрергә сабый һүҙҙәреңде
Күңелемдә әле көс етә.
Аңлап буламы ни ниҙәр өсөн,
Белеп буламы ни? Ниҙәндер?
Әр һүҙҙәрем менән хатта һеҙгә
Ҡайыш алып ҡай саҡ киҙәндем.
Шулай инде — әллә теләнемме
Гел күрергә һеҙҙе тәртиптә.
Һәр әсәгә үҙ балаһы — алтын,
Һәр әсәгә балаң — кәртинкә.
Тормош — диңгеҙ.
Ә ул даръяларҙың
Ҡаялары була, упҡыны.
Бер хәтәрҙә мин дә бик тәрәндә
Әллә ниндәй хаттар уҡыным.
Аяғылар һеҙҙе килеүҙәнме,
Ҡурсауҙанмы, әллә яныуҙан
Әсә хисен генә түгел йәндә,
Өгөт хистәрен дә ҡабыҙам.
Алтын ғына бөртөктәрем минең,
Кисерегеҙ күңел болотон!
Әллә аңлап, әллә аңламайса
Шул күҙ йәшле мәлде олоттом.
Кисерегеҙ: күңел көмбәҙегеҙ
Сатнап китһә минең тауыштан!
Ишетһәгеҙ: унда тик әр түгел,
Һөйөү менән һағыш ҡауышҡан.
Лариса Абдуллина