“Сәсән ораны” саҡыра23.05.2013
Бөгөн Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында “Сәсән ораны” тигән тамаша үтәсәк. Кисәлә республикабыҙҙа билдәле һәм йәш сәсәндәр, сәнғәт оҫталары, шағирҙар ҡатнаша. Шулай уҡ күренекле сәсәниә Розалия Солтангәрәеваның “Башҡорт сәсән мәктәбе” китабының исем туйы була. Республикабыҙҙың гәзит-журналдарына яҙылыу ҙа ойоштороласаҡ. Сара киске сәғәт 7-лә башлана. Инеү бушлай.
Күркәм тамашанан ситтә ҡалмағыҙ, дуҫтар!


Вернуться назад