Һәр кемдең дә барлыҡ күрәсәге21.12.2011
* * *
Һәр кемдең дә барлыҡ күрәсәге
Алдан яҙылалыр, ысынлап.
Бер ҡараһаң, был ябай ҙа кеүек,
Бер ҡараһаң, бында тылсым бар.
Эй, десантсым, һинең бар ғүмерең
Сәләм ташыу ерҙән күктәргә.
Һауаларға һине яҙмышың да
Ерҙе һаҡлар өсөн күтәргән.
Һин ергә лә төштөң ваҡытлыса:
Хәл алырға, гүйә, туҡтаның.
Төпһөҙ зәңгәрлектәй ҡараштарға
Ҡалған кеүек күк тә уҡталып.
Һин һауала микән бөгөн,
әллә
Болот булып төштөң яланға?
Бар ғүмерем минең, әйтерһең дә,
Күк егетен көтөп алданған.
Бар тәҡдирем минең, әйтерһең дә,
Батырыма арнар йыр кеүек.
Күк менән ер бер минутлыҡ ара,
Күк менән ер меңәр йыл кеүек.
Лариса Абдуллина