Йырғанаҡ21.12.2011
Яҙын тыуған микән
Был бала.
Селтер-селтер килеп,
Юл яра.
Эҙләп табыр әле
Йылғаһын.
Ярһыуынан янып
Ҡуймаһын.
Һаҙлыҡтар бар, күлдәр,
Йылғалар.
Ҡайҙа йырын ҡушыр
Йырғанаҡ?
Бишек йыры менән
Яралды.
Яҙғы тамсыларҙай,
Яр һалды.
Яҡты йырың ҡалһын,
Йырғанаҡ!
Күңел инешемдән
Һуғарам.
Лариса Абдуллина