Илем ҡайҙа?21.12.2011
Мин илһөйәр милләт ҡыҙы булам,
Ҡанда йәшәй ерем хәтере.
Ошо тойғо беҙҙе халыҡ итә,
Бөгөн бармы асыл ҡәҙере?

Есенинлы Рәсәй ҡайҙа һуң ул?
Ахматова унда яҡланған.
Даһиҙары хөкөм ителеп тә,
Килер быуын уны аҡлаған.

Бөгөн нимә?
Аҡлау, яҡлау түгел,
Нәфрәт хисе хатта ҡалмаған.
Әйтерһең дә, илде иргәйелдәр,
Битарафтар, ҡолдар яулаған.

Башҡортостан! тиеп башым эйәм,
Мин терәйем уға иңемде.
Ҙур Ватанда берәҙәклек шомо —
Тоймайым мин артта илемде...

Лариса Абдуллина


Вернуться назад