“Аяуһыҙ һабаҡ”23.05.2013
“Аяуһыҙ  һабаҡ”Ошо көндәрҙә театр донъяһына яңылыҡ өҫтәлде: Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Валентин Красногоровтың “Аяуһыҙ һабаҡ” пьесаһы буйынса ҡуйылған “Эксперимент” тип аталған спектакль күрһәтте.

Спектакль — Рәсәй театр сәнғәте университетының (ГИТИС) сығарылыш курсы студенты Илсур Ҡаҙаҡбаевтың диплом эше. Төп ролдәрҙе Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ирек Булатов (Профессор), театр артистары Урал Әминев (Тимур), Зилиә Хәлимова (Лилиә), Ирада Фазлаева (Рената) башҡарҙы.
Спектаклдең әҙәби атамаһы — “пьеса-хикмәт”. Романтизм стилендәге әҫәрҙең тәрәндә ятҡан фәлсәфәһе — үҙенең ҡылыҡтарын кешелеклелек принцибынан сығып башҡарған шәхестең матурлығы һәм батырлығы.
Йәш режиссер һәм артистар ансамбле, айырыуса Зилиә Хәлимова, ошо фәлсәфәүи фекерҙе тәьҫирле, сағыу итеп күҙ алдына баҫтырҙы. Артистарҙы һәм режиссерҙы хуплап, тамашасылар ҡайнар алҡыштарға күмде.
Спектаклгә йыйнаҡ, бик йөкмәткеле анализ яһап һүҙ әйткән БДУ профессоры, драматургия һәм театр белгесе Тимерғәле Килмөхәмәтов, театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов Илсур Ҡаҙаҡбаевҡа Мәскәүҙә диплом эшен уңышлы яҡлап, ҡулына диплом алып, театр режиссеры булып үҙебеҙгә ҡайтыуын теләне.


Вернуться назад