Тере Салауатыбыҙ!
Бөтөп бара, имеш, тиҙәр,
Һеҙҙең башҡорт затығыҙ.
Бары таш һын ғына, тиҙәр,
Һеҙҙең Салауатығыҙ.
Алдай улар, ышанмағыҙ,
Тере Салауатыбыҙ!
Имән ағасындай ныҡлы
Беҙҙең башҡорт затыбыҙ.
Теләһәгеҙ, йөрәгемә
Мылтыҡ терәп атығыҙ!
Үҙ һүҙемде кире алмам:
Тере Салауатыбыҙ!
Беҙҙең йөрәктәрҙә йәшәй
Уның рухы, булмышы.
Ул бит тыуған еркәйемдең
Тынмаҫ һайрар бер ҡошо.
Гөрләп сәскә ата бөгөн
Башҡортостан — йортобоҙ.
Беҙҙең йөрәк түрҙәрендә
Йәшәй Салауатыбыҙ!
Теләһәгеҙ, йөрәгемә
Мылтыҡ терәп атығыҙ.
...Үлгәндә лә ҡабатлармын —
Тере Салауатыбыҙ!
Булһаң икән...
Булһаң икән көҙҙәреңдә
Балланған ал емештәй.
Их, ҡартаймай торһам икән,
Хәлдәремдән килмәҫтәй.
Күңелкәйем булһа икән
Таҙа һәм саф инештәй.
Кеше булып ҡалһаң икән
Ауырлыҡҡа бирешмәй...
Етер инде. Ир кешегә
Хыялланыу килешмәй.
...Илле йәшкә кереп барам,
Һаман аҡыл етешмәй.
Күктәргә менеп һайрайым
Ҡайҙа баҫып һайрайым һуң,
Әйтегеҙ, ҡайҙаныраҡ?
Ни тиһәң дә, күңел йырлай,
Йөрәгем ҡайнарыраҡ!
Ниндәй эштәр башҡарайым
Халҡыма файҙалыраҡ?
Яҡты хыялдар ҡорғанда —
Йөрәгем ҡайнарыраҡ!
Һабантурғай бул, күңелем,
Тор һәр саҡ һайрабыраҡ.
Йырламаһам — йөрәк яныр,
Йөрәгем ҡайнарыраҡ.
Йөрәккәйем, туҡтай күрмә,
Йә типмә яйлабыраҡ.
Мәрхәмәтле һәм сабыр бул,
Бул һәр саҡ ҡайнарыраҡ.
Күктәргә менеп һайрайым,
Унда бит юғарыраҡ.
Бер туҡтауһыҙ күңел йырлай,
Йөрәгем ҡайнарыраҡ!
Һин булғанға
Бал һаҡлаған бал ҡортондай
Йәлләмәйсә саҡ мине.
Йәшен тубына әйлән һәм
“Һә” тигәнсе тап мине.
Әйҙә, шартлайыҡ икәүләп,
Рәхәт бергә шартлауы.
Мөмкин түгел ғашиҡтарҙың
Берен-бере тапмауы!
Һунарсының ҡулындағы
Мылтыҡ булып ат мине.
Йә сит яҡҡа, башкиҫәргә
Һин ҡол итеп һат мине.
Мин риза төрлө яҙмышҡа,
Тик айырма һөйөүҙән.
Тормош былай ҙа ҡоролған
Бары янып-көйөүҙән...
Ҡол булһам да, ирек, тиеп
Ашҡыныр күңелкәйем.
Һин булғанға, мөхәббәтле,
Бәхетле ғүмеркәйем!
Туған телем
Кемдер, беләм, аҡса эшләй,
Беләм, кемдер мал таба.
Ижад иткән саҡта ғына
Минең күңел ял таба.
Булғанына шөкөр итәм,
Йәшәйек, тим, һау ғына.
Мин дә артыҡ ярлы түгел,
Уй-хистәргә бай ғына.
Ғәйбәтселәр ағыу сәсә,
Егәрлеләр мал таба.
...Туған тел, тиеп йәшәйем,
Туған телдән — бал тама!
Дуҫтарыма
Һеҙ йәйҙәрен мине эҙләмәгеҙ,
Сабынлыҡта үтә йәйҙәрем.
Бесән сабып, еләк йыйған саҡта
Мин табамын донъя йәмдәрен.
Һеҙ көҙҙәрен миңә килегеҙсе —
Мин бушыраҡ булам көҙҙәрен.
Һеҙҙе күрһәм,
күңел йырлай башлар,
Йәшләнеп тә китер күҙҙәрем.
Һеҙ көҙҙәрен миңә килегеҙсе —
Беҙ тәмләрбеҙ алма тәмдәрен.
...Дуҫтар менән
бергә булған саҡта
Мин табамын донъя йәмдәрен!
Яҡты көн
Көн ултырырға самалай,
Уның юлдашы — ҡояш.
Уларға мин өндәшәмен:
“Зинһар, булмағыҙ йыуаш!
Һеҙгә болоттар һырығыр,
Йәшендәр ҡаҙар уғын.
Онотмағыҙ, үҙегеҙҙә —
Тылсым көсө барлығын!”
Көн ултырырға самалай,
Күрһәтә мин-минлеген.
...Яҡты көнгә теләп ҡалам
Донъялар именлеген!