Оҫтаға — юғары баһа22.05.2013
Башҡортостандан автор-башҡарыусы Фәрит Фәхретдинов “Гринландия” Бөтә Рәсәй автор йыры фестиваленең “Минең ғаиләм — Тыуған илем” конкурсында лайыҡлы сығыш яһаны.
Ул Нуриман районының Павловка ауылында йәшәй. Ҡатыны Гөлнара Фәхретдинова әйтеүенсә, йырҙарҙы күптән түгел генә яҙа башлаған.
— Фәрит оҙаҡ йылдар мәктәптә эшләне, әле — Павловка һыу һаҡлағысында. Йәштән үк йырлай, гитарала уйнай. Ә бына музыканы һәм уға һүҙҙәрҙе ике-өс йыл элек ижад итә башланы. Бөгөн ирем — тиҫтәнән ашыу йыр авторы, — ти ул.
Фәрит Фәхретдиновтың махсус белеме юҡ, шуға ҡарамаҫтан, ул район конкурстарында уңышлы сығыш яһай. Өфөлә уҙғарылған хәрби-патриотик йыр конкурсында өсөнсө урынды яулаған.
“Гринландия” фестиваленең “Минең ғаиләм — Тыуған илем” конкурсы, икенсе йыл ғына үткәрелһә лә, Рәсәйҙең бөтә ҡалаларынан ҡатнашыусыларҙы күпләп йәлеп итте. Сит дәүләттәр ҙә саранан ситтә ҡалмай: Ҡаҙағстан, Финляндия, Украина, Беларусь, Германия халҡы әҫәрҙәрен ебәрә. Быйыл сарала ҡатнашырға 1 522 кеше теләк белдергән. Ай һайын жюри ағзалары 300-гә яҡын ғаризаны ҡарай. Иң яҡшыларҙы һайлап алыу еңелдән түгел. Бер айҙа 30-ға яҡын кеше дипломант булһа, еңеүселәр асыҡтан-асыҡ тауыш биреү юлы менән билдәләнә. Апрель дипломанттарына 1 июнгә тиклем конкурстың рәсми сайтында баһа бирергә мөмкин.