Төнө буйы музейҙарҙа йөрөнөм тип бынан бер нисә йыл элек һөйләһәң, бүтәндәр шикле ҡарап, бары көлөп ҡуйыр ине. Хәҙер иһә бының менән берәүҙе лә аптыратырлыҡ түгел. Республикабыҙҙа инде өсөнсө йыл рәттән “Музейҙар төнө” акцияһы ойошторола.
Республикабыҙ Президенты Рөстәм Хәмитовтың унда йыл да ҡатнашыуы сараның мәртәбәһен бермә-бер арттырҙы. Был юлы Рөстәм Зәки улы яҙыусы Сергей Аксаковтың йорт-музейында, Башҡортостандың Милли музейында, шулай уҡ Өфө художество галереяһында булып, рухи ҡомартҡылар менән танышты, ихласлап халыҡ менән аралашты.
Ғөмүмән, был үҙенсәлекле акцияны йәмәғәтселек йылы ҡабул итте. Ҡайһы музейға ғына инмә, халыҡтың шығырым тулы булыуы — ошоға асыҡ дәлил.
Мәжит Ғафуриҙың йорт-музейында бер төркөм сит ил ҡунаҡтарын күргәс, һүҙ ҡушырға булдым.
— Беҙ бер айға Һиндостандан стажировкаға килгәйнек, — тине һинд һылыуы, мөләйем йылмайып. — Ошо ваҡытты нисек тә булһа файҙалы үткәрергә кәрәк. Бөгөнгө сара хаҡында ишеткәс, ашҡынып килдек. Бында шул тиклем матур!
— Ҡунаҡтар хәҙер шағирҙың инглиз телендәге әҫәрҙәрен һорай, — тип өҫтәп ҡуйҙы тәржемәсе.
Әңгәмәгә Мәжит Ғафури исемендәге мәҙәни фонд рәйесе Люциә Камаева ла ҡушылды:
— Сайтыбыҙҙа төрлө телдәрҙәге тәржемәләр бар. Шунда инеп уҡый алаһығыҙ.
“Музейҙар төнө” акцияһы сәнғәткә һөйөү тәрбиәләүҙе төп маҡсат итеп ҡуя. Айырыуса йәштәрҙең был сарала дәррәү ҡатнашыуы һөйөндөрмәй ҡалмай.