“Туғандарҙың ҡәберен тәрбиәләү — изге бурысыбыҙ”, — ти илкәнәйҙәр21.05.2013
“Үлгәндәргә хөрмәт бөтһә, терелергә лә һан ҡалмай”, тигән боронғолар. Ошо әйтемде иҫтә тотоп, Көйөргәҙе районының Илкәнәй ауылы халҡы зыяратты таҙартыу, ҡәберҙәрҙе тәрбиәләү өсөн өмәгә сыҡты.
Ауыл халҡы зыяратты тәртипкә килтерҙе, сүп-сарҙы шәхси йөк машиналарына, тракторҙарға тейәп, сүплеккә түкте. Ауыл халҡы йыйған аҡсаға әруахтар төйәген яңынан кәртәләп тә ҡуйҙылар. Әйткәндәй, сара Ғиләжетдин ишан вафатына 123 йыл тулыуға арналғайны. Өмәгә халыҡ дәррәү сыҡты. Хәйер Илкәнәй ауылы халҡы элек-электән берҙәмлеге, татыулығы менән айырылып торған.
Бөгөн ауылыбыҙҙың йәшәйешенә битараф булмаған халыҡ ярҙамы менән мәсет төҙөлә. Шулай уҡ быйыл Илкәнәй халҡы “Айыҡ ауыл-2013” республика конкурсында ҡатнашырға ниәтләгән. Илкәнәйҙәр бындай өмәне киләсәктә лә ойоштороп, ауылдың изге ғөрөф-ғәҙәтенә әүерелдерергә һөйләште. Иртәнге сәғәт унда өмәгә сыҡҡан халыҡ төш ауыуға эште түңәрәкләне. Сарала ололарҙың да, йәштәрҙең дә күп булыуы, һәр береһенең был эшкә яуаплы ҡарауы ҡыуандырҙы. Аҙаҡ Ғиләжетдин ишандың тыуасары Роза Хәмитова, ҡорбан салып, табын әҙерләне. Шулай уҡ ауылыбыҙҙың аҡһаҡалы Абдулхаҡ Әхтәмов, Ермолаево ауылындағы “Рамаҙан” мәсетенең имам-хатибы Азат хәҙрәт әруахтарға бағышлап доға ҡылды. Сара районыбыҙҙың “Йәшлек” мәҙәниәт йорто артистарының концерты менән тамамланды.