Республика мәктәптәрендә мәшһүр эпосыбыҙ “Урал батыр”ҙы яттан һөйләү буйынса йәш сәсәндәр бәйгеһе йыл да үткәрелә. Еңеүселәр республика конкурсында ҡатнашыу хоҡуғын ала.
Сибайҙа был йәһәттән эш күптән яйға һалынған. Ҡалала билдәле сәсәниә Асия Ғәйнуллина етәкселегендә сәсәндәр мәктәбе уңышлы эшләй. Балаларҙа халҡыбыҙҙың ижадына, ғөрөф-ғәҙәтенә ҙур һөйөү тәрбиәләгән уҡытыусылар уларҙың һәләтен асыуға һәм үҫтереүгә лә ҙур иғтибар бүлә. Шуға күрә лә “Урал батыр” эпосын башҡарырға теләгән йәш сәсәндәр йыл һайын арта бара. Быйыл бәйгелә ҡаланың 14 мәктәбенән көс һынаштылар. Жюри рәйесе Асия Ғәйнуллина әйтеүенсә, барыһы ла етди әҙерлек менән килгән. Костюмдар араһында махсус тегелгәндәре лә булған. Декорацияға, музыкаль биҙәлешкә ҙур иғтибар бирелгән.
— Бәйгеселәрҙең сәхнәлә үҙен ышаныслы тотоуына, ҡобайырҙы ҡурай, ҡумыҙ, думбыра, дөңгөргә уйнап биҙәп ебәрә алыуына һоҡландыҡ, — ти Асия Солтан ҡыҙы. — Йәш сәсәндәр бәйгегә йыл да ниндәйҙер яңылыҡ индерә, ғәҙәти булмаған темаларға мөрәжәғәт итә, урындағы йолаларға таянып, легендаларҙың, риүәйәттәрҙең тарихын сәхнәләштерә. Быйылғы сығыштарҙа тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, ер мәсьәләләре өҫтөнлөк итте.
“Урал батыр” эпосын сит телдәрҙә башҡарыу ғәҙәткә инә бара. Әлеге сарала ла уны татар, ҡаҙаҡ, сыуаш, төрөк, әрмән һәм башҡа телдәрҙә һөйләнеләр.
Бындай осраҡта бала тарафынан әҫәрҙең йөкмәткеһе боҙолоу ихтималлығын күҙ уңында тотоп, эпосты киләсәктә тик башҡортса, урыҫса һәм инглизсә ятлау бурысы ҡуйылды.
Бәйгелә Сибай гимназия-интернаты, Р. Өмөтбаев исемендәге башҡорт, “Ирәндек” лицейҙары, ҡаланың 1-се, 7-се, 9-сы, 11-се мәктәптәре уҡыусылары ихлас ҡатнашты, юғары кимәлдә сығыш яһаны. Төп бүләк Р. Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейынан Әлиә Ибраһимоваға бирелде. Ул тиҙҙән республика бәйгеһендә ҡаланың намыҫын яҡлаясаҡ. Эпосты сит телдә башҡарыусылар араһында 9-сы лицейҙан Ләйсән Алламоратоваға тиңләшеүсе булманы. Әҫәрҙән өҙөк сәхнәләштереүҙә иһә 1-се мәктәп уҡыусылары еңеүсе булып танылды. Викторина һорауҙары буйынса иң күп мәрәйҙе Сибай гимназия-интернатынан Гөлназ Ильясова йыйҙы.
“Сәсәне бар халыҡ йәшәр” тигән мәҡәл бар. Рухлы төбәктә Урал батыр вариҫтары йылдан-йыл арта икән, тимәк, милләтебеҙҙең тамыры ла, киләсәге лә ныҡлы.