“Ильяс — һеҙме ул, Айгиз ағай?”21.05.2013
“Ильяс — һеҙме ул, Айгиз ағай?”– Хаҡын әйт!
– Уға хаҡ юҡ!
– Алтын-көмөш бирәм!
– Уларҙан өҫтөн ул!
Әүәл-әүәлдән халҡыбыҙ китапҡа табынған, уны оло мөлкәт итеп баһалаған. Заманалар үҙгәреп, бөтә донъяны Интернет селтәре, телевизорҙар солғап алһа ла, ташҡа баҫылғандың баһаһы кәмемәй.
Рухи хазинаға йән өрөүсе Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте лә “Балаларға – китаптар” тигән социаль проектҡа дәррәү ҡушылды. Күптән түгел үҙҙәренең бүләктәре менән улар Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се республика башҡорт балалар йортона ҡунаҡҡа килде. Йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй!”, Венер Исхаҡовтың “Шоколад ниңә асыуланды?” тигән йыйынтыҡтары яңыраҡ ҡына донъя күргәйне. Осрашыуҙа ошо китаптарҙың авторҙарын күреп, балалар уғата шатланды.
Нәшриәт директоры Илһам Йәндәүләтов бығаса Баймаҡ районының Түбә балалар йортонда тәрбиәләнеүселәргә лә китаптар алып барып тапшырыуҙары хаҡында һөйләне. Унан:
“Ильяс — һеҙме ул, Айгиз ағай?”– Әлегәсә ике авторҙы ла журналист булараҡ белһәк, был әҫәрҙәр аша улар үҙҙәрен һутлы ҡәләмле яҙыусы итеп танытты. Икеһен дә йотлоғоп уҡып сыҡтым, уларҙың һеҙгә лә оҡшарына шигем юҡ, – тине. – Китаптарҙы яратығыҙ, уҡығыҙ. Китап һөйгән кешенең күңелендә насар уйға урын булмай. Ул — һеҙгә иң ышаныслы дуҫ та, серҙәш тә.
Балалар китаптар менән алдан уҡ танышырға ла өлгөргән икән, хатта ҡайһы бер геройҙарҙың холоҡ-фиғелен, һөнәрен иҫендә ҡалдырғандар. Шуға ла һорау артынан һорау яуҙырҙылар. Айырыуса “Ҡалдырма, әсәй!” повесындағы Ильяс исемле малайҙың яҙмышы менән ҡыҙыҡһынды улар.
– Айгиз ағай, һеҙҙең дә балалар йортонда үҫкәнегеҙҙе уҡып белдек. Әҫәрҙәге Ильяс исемле малай ул һеҙ бит, эйеме? – тип һораны бер үҫмер.
Авторҙың яуабынан ҡәнәғәт ҡалған уҡыусы:
– Ильясты матур йырлай тип яҙғанһығыҙ, әйҙәгеҙ әле, беҙгә лә йырлап күрһәтегеҙ, – тигәс, Айгиз ағайҙары инәлтеп торманы – “Әсәйем доғалары”н һуҙып ебәрҙе.
– Ысын кеше булып үҫеү өсөн һеҙгә кемдәр терәк булып тора? – Быныһы Илгиз исемле үҫмерҙең һорауы булды.
– Ғүмер буйы һәйбәт, матур күңелле, маҡсатлы кешеләр менән аралашырға тырыштым. Улар барыһы ла ауыр ваҡытта миңә рухи көс бирә, ижадҡа илһамландыра.
Ә инде Венер Исхаҡовтың китабындағы геройҙар шаян, тиктормаҫ булыуҙары менән айырылып тора. Ярамаған эш ҡылып оятҡа ла ҡала улар, хаталанып, үкенеп, ғүмерлек һабаҡ та ала. Изгелек эшләп рәхмәткә лә лайыҡ була. Шуға ла балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр Венер ағайҙарының ниндәйерәк малай булыуы менән төпсөндө.
– “Алма” хикәйәһендә магазиндан алма урлаған малай кем ул? Һеҙ үҙегеҙ түгелме?
– Бала саҡта ниндәйерәк малай инегеҙ?
– Әҫәрҙәргә геройҙарҙы ҡайҙан алдығыҙ?
Ҡунаҡ ашы – ҡара ҡаршы, тигәндәй, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар алғас, балалар үҙҙәренең йыр-моң күстәнәстәре менән һыйланы. Илгиз Ғәйнуллин ҡумыҙҙа оҫта уйнауы менән һоҡландырҙы. Баҡһаң, үҫмер Миңлеғәфүр Зәйнетдинов ойошторған түңәрәктә ихлас шөғөлләнә икән, хатта абруйлы конкурстарҙа еңеү яулап өлгөргән. Нияз Сәлимов һүҙҙәренә Айрат Ғайсин яҙған “Изге йорт” гимнын да йырлап ишеттерҙе кескәйҙәр.
Матур осрашыу үҫмерҙәр күңелендә оҙаҡ һаҡланыр әле.

Редакциянан:
Әйткәндәй, Башҡортостан Яҙыусылар союзының идара ултырышында Айгиз Баймөхәмәтов “Ҡалдырма, әсәй!” китабы өсөн Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына тәҡдим ителде.


Вернуться назад