Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында Флорид Бүләковтың “Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сыраһы” исемле пьесаһы буйынса спектакль ҡуйылды. Ике көн барған премьераны халыҡ яратып ҡабул итте. Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры — ошо театрҙың артисы Вадим Ғилманов.
Вадим сибайҙарға артист булараҡ яҡшы таныш. Сәнғәт институтының актерҙар факультетын тамамлап, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә сығыш яһай башлаған йәш егетте баш ҡала тамашасыһы яратып өлгөргәйне инде. Уның башҡарыуында Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” спектаклендә — Хәмитйән, шул уҡ авторҙың “Салауат”ында — Петр, Сәрүәр Суринаның әкиәтендә төп роль — Малай образын тыуҙырыуы иҫтә ҡалған. Артабан йәш актер Өфө сәхнәһендә күренмәй башлағас, “Ҡайҙа юғалды ул егет?” тип һораусылар ҙа булды. Һәм бына бөгөн, ниһайәт, уның ижады хаҡында бер нисә һүҙ.
Вадимдың Сибай театрында эшләүенә лә байтаҡ булып китте. Ошо дәүер эсендә ул Арыҫлан Мөбәрәковтың “Бисәкәй” спектаклендә — Баһау, Наил
Ғәйетбайҙың “Ҡурай моңо”нда – Батыр, Ғәзим Шафиҡовтың “Мөхәббәттән ҡөҙрәтлерәк” спектаклендә Кирилл һәм башҡа байтаҡ образды ижад итеүсе талантлы актер итеп күрһәтте үҙен. Туфан Миңнуллиндың Сибай сәхнәһендә уңышлы барған “Яратыу гонаһмы?” спектаклендә Хәбир ролен башҡарыусы Вадим Ғилманов эске кисерештәргә бай, тәрән хисле, киң диапазонлы актер булараҡ танылды. Әйткәндәй, Сибай дәүләт драма театры коллективы “Яратыу гонаһмы” спектакле менән Ҡазанға билдәле драматург Туфан Миннуллин көндәренә арналған фестивалгә барғайны. Унда төп ролде башҡарыусы Вадим Ғилманов пьеса авторының шәхсән үҙенән ҙур баһа алды.
Тамашасы һөйөүен яулап өлгөргән Вадим Ғилманов бөгөн үҙен режиссер булараҡ һынап ҡарарға йөрьәт итте. Әйткәндәй, был йәһәттән ул Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында режиссерлыҡҡа уҡып та йөрөй. Былтыр Сибай сәхнәһендә Илшат Йомағоловтың “Мөхәббәт ҡоштары” спектаклен ҡуйҙы, тамаша йыл буйы уңышлы барҙы.
Режиссер эшенә бик ҡыйыу, ихлас тотонған Вадим Ғилманов был юлы ла алдына ҡуйған маҡсатына тулыһынса өлгәшә алды. Ике көн буйы театр сәхнәһендә барған “Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы” тамашасы күңеленә хуш килде. Спектаклдең тематикаһы ла бөгөнгө көнгә ауаздаш. Башҡортостандың халыҡ артисы, Өләсәй ролен башҡарыусы Нүрзиә Әбдрәшитова авторҙың “Ишек – беҙҙең офоҡ, беҙҙең ҡиблабыҙ, көтөүебеҙ, өмөтөбөҙ...”, йәиһә: “Ауыл урамынан үтһәгеҙ, тәҙрәләргә ҡарағыҙ! Унда беҙҙең йөҙөбөҙ, ҡарттарҙың йөҙө, текәлеп ҡарауҙары, көтөүҙәре...” тигән һүҙҙәре менән йөрәккә үтә. Өләсәй, әсәй һәм ейәнсәр – өсөһө лә кемделер көтә... Көтөү – ҡатын-ҡыҙҙың яҙмышы. Эйе, ҡатын-ҡыҙҙарҙың яңғыҙ ғүмер итеүе, тормош йөгөн тулыһынса үҙ иңендә алып барыуы, ғүмер буйы кемделер көтөп йәшәүе – бөгөнгө ысынбарлыҡ. Һуғышты үҙ иңенән үткәргән ҡатын-ҡыҙҙарҙың ауыр яҙмышын күрә тороп, йән һөйгәндәрен һуғышҡа оҙатып, бөгөнгәсә уларҙың ҡайтырына өмөт иткән өләсәһе һәм әсәһенең яҙмышын 18 йәше тулып өлгөрмәгән йәш ҡыҙ ҙа һайлай. “Мин үҙемдең тәүге сырағымды яндырам...” ти ул. Эйе, уның тәүге мөхәббәте, тәүге сырағы ҡабына. Йәш ҡыҙ ролен Зәлиә Хафизова (Рүмиә Рәхимова) бик оҫта башҡарҙы, әсәй ролендә Айгөл Хәкимова (Резеда Абдуллина) уйнаһа, берҙән-бер ир ролен – Юнир Мансуров (Салауат Вәлиев) башҡарҙы.
Вадим Ғилманов үҙенең эше тураһында бына нимә ти: — Спектаклдәр ҡуйырға, ошондай мөмкинлек булыуынан бик ҡәнәғәтмен. Был йәһәттән мин бергә ижад иткән коллегаларыма, театр коллективына һәм айырыуса театрҙың художество етәксеһе Дамир Мәжит улы Ғәлимовҡа рәхмәтлемен. Сөнки спектакль сығарыу бер режиссерҙың ғына эше түгел, ул — коллектив хеҙмәт. Сибай тамашасыһын ғына түгел, Көньяҡ Урал халҡын яңынан-яңы спектаклдәр менән һөйөндөрөү — изге маҡсат. Беҙ тамашасы өсөн эшләйбеҙ, үҙ йәһәтенән тамашасы ла ижадыбыҙға битараф түгел, театрға килеп, спектаклдәрҙе ҡарап, беҙҙе ҡыуандыра. Уларға ла рәхмәт!