Ҡасам тиеп яҡынлайым, заманым, һиңә табан...21.05.2013
Ҡасам тиеп яҡынлайым, заманым, һиңә табан...Заманға

Эй, заман!
Әллә мин һинең
Бер шауҡымлыраҡ балаң?
Әйләнеп китер урынға,
Быҫҡаҡ утыңа бағам.

«Үҫешкәнлек»,
«Ҡырағайлыҡ»...
Ниндәй битлегең таман?
37-не иҫләйбеҙ,
Шөрләп ҡайһы «алланан»?

Бикләргә ҡуштың фекерҙе:
«Ниңә, — тип, — һиңә ирек?!
Ана, күпмеләр аунаша
Шул иректән иҫереп!»

Әйт, мөмкинме һуң
был шартта
Тыныс булып ҡалырға?
«Хорға баҫ та,
ҡушыл, — имеш, —
Йәмғиәт һуҙған йырға!»

Уртаҡ килешеү төҙөргә
Нимәләр ҡамасаулай?
Киләсәк тауыш бирәме?
Әллә үткәндәр шаулай?..

...«Хуш!» — тиергә
уҡталам да
Асҡан ауыҙҙы ябам.
Ҡасам тиеп яҡынлайым,
Заманым, һиңә табан!

Дыулашһаҡ та, бик яҡынһың,
Асыуланам, йәлләйем...
Бер үк һуҡмаҡтан киләбеҙ.
Һин — ирегем!
Һин — бәйем!

Эй, заман!
Әллә мин һинең
Бер шауҡымлыраҡ балаң?
Әйләнеп китер урынға
Һинең ялҡында янам!

* * *
Ярһыған толпар ята
Йәнеңдә.
Ауыҙлыҡларға кәрәк
Бөгөндән!

Булдыра алһаң, иптәш,
Ит рәхим!
Тый шуны!
Риза булам
Бик тә мин.

Ни маҙаһыҙлай тиһәм
Электән,
Ат икән! Унда нисек
Эләккән?

Йән урынына – толпар,
Вәт хәйлә!
Ҡотҡар, иптәш, булдырһаң,
Тый, әйҙә!

Шағир

Үтемле һүҙе менән
Шағир бай.
Әммә һүҙ менән кеҫә
Бит тулмай.
Оран һала,
Абруйлы
Шуға ла.
Ораны бәкәленә
Һуға ла.

Мин йәлләйем бахырҙы,
Эй, меҫкен!
Хәйер, ул ғына аңлай
Тел күркен.
Халҡына маяҡ микән,
Тим, бөгөн?
Әллә ҡолмо тартыусы
Ил йөгөн?!.

* * *
Ҡатлы йорттар араһынан
юл ярып,
Ҙур ҡаланы аптыратып,
Боларып,
Тәҙрәгә бәреп
хәҡиҡәт ҡылысын
Ел дулай…
Әллә
Эҙәрләй намыҫым?!.

Ҡыҙҙар
1
Күҙҙәрҙә осҡон,
Йөрәктә яра.
Таныш булығыҙ —
Әрһеҙ бисура.

Осҡон – зәһәр ут —
Асыу сәләме.
Күптән белә ҡыҙ
Ялғандың тәмен.

Заман үҫтергән
Ҡотһоҙ ҡурсаҡтар
Кемдәрҙе икән
Тыуҙырасаҡтар?!

2
Нәфрәт түгел, бары
Күрәһе килмәй.
Тулаған йөрәкте
Яйлап боҙ биләй.

Күҙҙәрҙә йылы юҡ,
Тартылған ҡылдар.
Алһыу ирендәр ҙә
Хәҙер ҡыҙылдар.

Йөҙөңдә битлекме?
Ни сама уйҙар?
...Шулай тыуаларҙыр,
Таш ҡурсаҡ-ҡыҙҙар...

* * *
Сабыр ил инәһе кеүек
Замана, бахыр,
Ейәндәренең күңеле
Буш, хисһеҙ, таҡыр.

Йыйырсыҡ баҫҡан йөҙөңдө
Ни көтә алда?
“Кемгә генә тапшырырға?” —
Шәжәрәң ҡулда.

* * *
Яңғыҙаҡ бүре булмышы
Яйлап йәнемә керә.
Сеңләй ине, күкрәгемде
Хәҙер ярып үкерә.

Белмәйем шул ҡайһы юлды
Тураһы тип әйтергә.
Аҡылдан яҙырмын төҫлө
Шул бүре менән бергә.


Вернуться назад