Кәрт уйыны18.05.2013
Кәрт уйыны"Күрше-тирә иҫән-һау. Тик Петр ғына, кинәт йөрәге тотоп, яҡты донъянан китте, шул көмөшкә ғәйепле инде. Буян үҫте, апайым Оля ярҙам итә. Мине лә ҡарай — сөгөлдөр һыуы эсерә, сөнки ҡанымды күп юғалтҡанмын. Эй, Николай, Николай, бер тамағыңды тыя алманың, мәлғүн һин! Шулай ҙа өйҙөң йәмен алып киттең. Бына тәмле борщ бешә, ауыҙ итер инең дә бит... Унда ниҙәр ашаталар, ә? Һиңә хәлдән килгәнсә күстәнәс ебәрәм. Сало үҙебеҙҙеке, һин уны икмәк менән яратаһың бит. Ә икмәкте туйырлыҡ итеп бирәләрме? Хат көтөп, Марияң".
Ҡатынының хатын ҡат-ҡат уҡып, Николайҙың күңеле тулды. Күҙҙәрен ҡаплаған әсе йәштәрен һөртөп: "Рәхмәт инде, Мария! Мин һин кисермәҫһең тигәйнем, тимәк, ғәфү иткәнһең. Молодец, баба!"— тип эстән генә һөйләнде.
Күңеле күтәренке ине. Шул уҡ көндә:
— Я тоже буду играть! — тип, ир-ат менән кәрт уйнарға ризалығын белдереп, өҫтәл янына ултырҙы.
— Был бик етди эш. Туҡта, Толстяк! Отолһаң, нимә бирәһең? Аҡсам юҡ, тинең бит?
— Ниндәй аҡса ти ул, юҡ инде, юҡ, уның ҡарауы, минең Мария бар! Әгәр еңелһәм, ҡатыным һеҙгә, вәт! Һеҙгә бирәм, бик тә уңған, егәрле. Ярай, мин риза. Давай, кәрт таратығыҙ! Уйнап ҡарайыҡ әле. Белегеҙ: аҡсаға түгел, ә Марияға!
Тегеләрҙең күҙ эйәрмәҫ ҡулдарына ҡарап, Толстяк хайран ҡалды. "Вәт, уйнайҙар, бөттө баш! Нисек булыр?" — тип икеләнеп, уйынын дауам итте.
Көтмәгәндә алдына һуңғы кәрт булып туз килеп төшкәс:
— Мин риза, егеттәр. Ҡайтыу менән Мария һеҙгә... — тип маңлайына бәреп сыҡҡан тирҙәрен еңе менән һыпырып алды. — Йә, минең адресты яҙығыҙ, ҡаланы беләһегеҙ, Ольховка урамы. Мария — һеҙҙеке...

***
Төнөн Николай бик насар йоҡланы. Марияһы уның алдына теҙләнеп: "Николай, һине ҡалдырып сиркәүгә китәм, сөнки аяҡтарым һыҙлай. Аллаһ һиңә йәшәргә ярҙам итһен. Юлыңда ҙур ағас үҫкән, киҫмә, һындырма!" — тип осоп киткәс, ир, күҙен ыуып: "Ярай, был төш кенә. Ни ҡылдым әле мин?" — тип, тимер рәшәткәле бәләкәй генә тәҙрә аша төн ҡараһына текләп, үкенеү ҡатыш йәшен йотто... Суҡынып алды ла ҡатынына хат яҙҙы. "Мария, ғәфү ит мине, ни эшләргә һуң? Уйнай белмәүемдең һөҙөмтәһе был, һине һаттым инде. Төшөмә индең, ҡулдарың шифалы, беләм, үҙем бик тә юҡһынам, үкенәм. Ҡыҙыу баш менән хата эшләнем. Күп хаталар... Ҡәһәр һуҡҡан эске башҡа етер тип кем уйлаған? Бында күп нәмәгә күҙем асылды. Тәҡдир ҡамсыланы, матур тормоштоң ҡәҙерен белмәйбеҙ икән, яҡты өйөбөҙҙө, йылы урынды, бешергән ашыңды, мал-тыуарҙы шундай һағындым. Иркен донъя — үҙе бер ожмах. Үкенеүҙән ни файҙа? Хәҙер һуң шул, һуң!.. Һин, оло йөрәкле бисәм, мине ғәфү ит! Был үкенеү түгел, ә йөрәгем ҡушҡанға алдан киҫәтеү: мин һине кәрт уйынында отторҙом..."
Бөкләнеп бөткән, ҡулдан-ҡулға күскән хатты бик һуң ғына, ире Николай изоляторҙан иреккә сыҡҡас ҡына кеҫәһенән алды Мария...
Ҡатын күккә ҡарап суҡынды ла:
— Йә, Хоҙай! Был тормошта ниҙәр күрәһем бар һуң, ә? — тип, ҡара оҙон күлдәген кейеп, саң ҡағып саҡырған сиркәүгә йүнәлде. Иренең ҡара эштәре, гонаһтары өсөн ғәфү үтенеп, тәүбә итергә...

***
Бына нисә көн рәттән "әйткән һүҙ — атҡан уҡ" тип, кәрт уйынында отоусылар Марияның ишек алдына сыҡҡанын, яңғыҙы ғына ҡалғанын һағаланы. Ҡатын һуң ғына, суҡына-суҡына, һарай янына килеп, икмәк менән бер нисә шәкәр киҫәген алып, атын һыйларға булды.
— Буяным, мин килдем. Нисек кенә үтте көнөң?
Буян, оҙон керпектәрен һирпеп: "Йомарт хужабикәм, рәхмәт! Һине көттөм, тәмле икмәгеңде һағындым, — тигәндәй, татлы еҫ килгән ҡулын ялап ҡуйҙы. — Иртәгә яланға сығырбыҙ, иркендә йүгергем килә. Ундағы оло донъя ниндәй матур! Яңғыҙымды ҡалдырма, йомшаҡ ҡулдарың менән ялдарыма ҡағылып, шапылдатып һөйһәң, шундай рәхәт".
Мария, Буяндың башына сикәһен ҡуйып:
— Эй, малҡайым, яратам һине. Аҡыллы, сабырһың, бигерәк һоҡланғыс булып үҫеп еттең, әле үҙең дә белмәйһең. Һиңә һоҡланмаған кеше юҡ, ә Ҡашҡаң яланда көтәлер, иртәгә көнө буйына иреккә ебәрермен, тышаулау юҡ, — тине.
Аҙбар артында ултырған ике ир, Марияны яҡындан күреп, аптырашта ҡалды.
— Вәт, Толстяктың бисәһе шул була инде. Нисегерәк һөйләшә аты менән, әҙерәк иҫәрерәк, буғай. Ҡара әле атын! Ниндәй шәп! Бейеп тора! Һимеҙ! Шәп ҡараған шайтан мәрйә! Ә үҙе ябыҡ, ике теше алға сыҡҡан, сәстәре ағарған, көскә атлап йөрөй. Төн пәрейе, аҡһаҡ ҡарсыҡ бит был! Ә Николай нисегерәк маҡтаны, дурак! Бынан ни файҙа, әйҙә, уның урынына Буянды кых!..
Ҡарсыҡ, атын иркәләп ашатҡас, ҡойонан килтерелгән һалҡын һыуҙы улаҡҡа һалды.
— Буяным, эс! Иртәгә яланға алып сығырмын. Сабыр бул, йәме, — тип ҡулдары менән шапылдатып һөйҙө. — Аҡыллым, ҡолағыңа ғына әйтер серем бар. Беренсенән, һине үҙ балам кеүек яратам, был — күңелемә ҡыуаныс. Икенсенән, теге иманһыҙ Николай ҡайтты. Бик тартылған. Май ашаған бесәйҙәй күҙҙәре ялтырап тора. Кеҫәһенән минән ғәфү үтенеп яҙған хатын таптым. Кәрт уйнап, мине һатҡан, аңлайһыңмы, Буяным?!
Ат, Марияны аңлағандай, бышҡырып алды ла алдындағы һолоно ашыға-ашыға ашарға тотондо.
— Йә, аңланыңмы кем менән йәшәгәнемде? Башта ҡыҙымдың ҡулын йәрәхәтләне, мине күпме йәберләгәнен үҙең беләһең. Һинең менән һарайҙа ҡасып төн үткәреүҙәрем аҙ булманы. Хоҙай ғына белә. Ҡабат индермәҫ инем, утыны, бесәненә көсөм етмәй хәҙер, ир ҡулы кәрәк шул. Ләкин нисек ғәфү итәйем? Үҙең аңла мине, — тип, атының ялынан һыйпап, доға уҡып алды ла Мария тыныслана төштө.

***
Иртәгәһен Николай ыңғырашып ҡына аҙбарға Буянды ҡарарға сыҡты. Ни күҙе менән күрһен — һарай ҡапҡаһы, ихата тотош асыҡ...
Бәй, был ни хикмәт? Ҡайҙа атыбыҙ? Кисә Мария һуң ғына: "Ашаттым, эсерҙем, бесән өҫтәнем", — тип керҙе бит!
— Мария, ахмаҡ, сыҡ, бысағым кергере, нимә маташаһың уңда? Тиҙерәк бул! — тип һөрән һалды Николай.
Мария күтәрмәнән төшөү менән Николайҙың пыр туҙып ҡысҡырғанын ишеткәс, ниҙер булғанын һиҙеп, ҡулындағы икмәкле кәрзинен төшөрөп ебәрҙе.
— Оҙон ялым, ҡайҙа булдың? — тип ҡысҡырып илай башланы.
Ә ҡаршылағы Ольховка йылғаһы ярында Буяндың эсәк-ҡарыны өйөлөп ята ине.
Күп тә үтмәне, бар донъяны һиҫкәндереп, күк күкрәп, йәшенләп ямғыр яуырға тотондо. Тирә-яҡты ауыр ҡара болоттар уратып алды. Бары йыраҡта тоноҡ ҡына ат кешнәүе ишетелде. Мария айнып киткәндәй булды, йылға буйында Буяндың тиреһе янында ятҡан бәләкәй генә еҙ ҡыңғырауҙы усына йомарланы. Суҡынып алғас, аҡһай-аҡһай, көслө ямғырға иғтибар ҙа итмәйенсә, һүҙһеҙ генә аттар кешнәгән яҡҡа атланы ла атланы...
(Аҙағы. Башы 95-се һанда).


Вернуться назад